Козлов Борис Сергеевич

Козлов Борис Сергеевич (9 ноябрь 1931 йыл — 13 декабрь 2008 йыл) — шағир, сатирик. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1991 йылданРәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Козлов Борис Сергеевич
Файл:КОЗЛОВ БОРИС СЕРГЕЕВИЧ.jpg
Козлов Борис Сергеевич
Тыуған көнө:

9 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (93 йәш)

Тыуған урыны:

Калинин (хәҙер Тверь) өлкәһе Сонковский районы Небарово ауылы

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, сатирик

Йүнәлеше:

шиғриәт

Жанр:

шиғырҙар

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Сергеевич Козлов 1931 йылдың 9 ноябрендә Калинин (хәҙер Тверь) өлкәһенең Сонковский районы Небарово ауылында тыуған, тимер юл эшсеһенең улы. Ярославль тимер юлсылар училищеһын тамамлаған. Паровоз машинисы ярҙамсыһы була. 1951—1955 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, алыҫ авиацияның һауа атыусыһы була. Оҙаҡ йылдар буйы «Ростсельмаш» заводында эшләй. 1979 йылда Ростов өлкә яҙыусылар ойошмаһының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһына эшкә күсә. Ул «Ростов трудится — Ростов улыбается» сатира һәм юмор фестиваленә нигеҙ һалыусы һәм ойоштороусыһы була.

«Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән, «Вечерний Ростов» гәзите премияһы менән дә бүләкләнгән.

Борис Сергеевич Козлов 2008 йылдың 13 декабрендә вафат була, Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

Шиғырҙар яҙыу менән Борис Козлов йәш сағында уҡ мауыға башлай. Тәүге баҫмаһы — «Звезда» журналында (1962 йыл). «Ростсельмашта» эшләгән сағында ул завод әҙәби ойошмаһына йөрөй, Мәскәүҙә үткәрелгән 1-се Бөтә Союз йәш сатириктары һәм юморсылары семинар-кәңәшмәһендә ҡатнаша. Б. Козловтың тәүге «По малой дозе в стихах и прозе» әҫәрҙәр йыйынтығы 1982 йылда донъя күрә.

«Дон», «Звезда», «Клуб и художественная самодеятельность», «Крокодил», «Москва», «Нева», «Кубань», «Огонек» журналдарында ла әҫәрҙәре баҫыла.

«Литературная газета», «Литературная Россия», «Советская Россия», «Труд» гәзиттәрендә уның шиғырҙары нәшер ителә.

Уның ҡайһы бер эпиграммалары «Септемврийска правда» болгар гәзитендә баҫылып сыға.

Борис Сергеевич Козлов — күп кенә өлкә әҙәби премиялары лауреаты.

Һуңғы йылдарҙа ул «Солянка» юмор журналын нәшер итә (уның тәүге һандары «Окрошка» исеме аҫтында сыға).

Б. С. Козлов әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Айырым баҫмалары

  • По малой дозе в стихах и прозе. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1982.
  • Смеху подобно. — Ростов-н/Д: Ростиздат 1986.
  • Проявляя негативы. — Ростов-н/Д: Ростиздат 1991.
  • Смехопилорама. — Ростов-н/Д: издательский дом БиС, 2008.

Б. С. Козловтың тормошо һәм ижады тураһында

үҙгәртергә
  • Юдин Л.: О стихах в сб. «Четвертая смена»// Дон, 1979, № 1. — С.183.
  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар

үҙгәртергә