Коваль Ирина Леонидовна
Ирина Леонидовна Коваль — Рәсәй табип-вирусологы, Калининград өлкәһенең гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (2020).
Коваль Ирина Леонидовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Эшмәкәрлек төрө | эпидемиология[d] |
Эш урыны | Калининград өлкәһе |
Уҡыу йорто | И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛенинград санитар-гигиена медицина институтының санитар-гигиена факультетын «санитар-гигиена эштәре» һөнәре буйынса тамамлай[1][2].
1982 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Калининградтың Ленинград районы санитар-эпидемиология станцияһында лаборант, дезинфектор, ҡала санэпидстанцияһында табип-бактериолог, өлкә санитар-эпидемиология станцияһында табип-вирусолог, Калининград өлкәһенең Дәүләт санитар-эпидемиологик күҙәтеү үҙәгенең айырыуса хәүефле һәм вирусологик тикшеренеүҙәр лабораторияһында табип-вирусолог булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта «Калининград өлкәһенең гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы вирусология лабораторияһының табип-вирусологы булып эшләй[1][2].
2020 йылда COVID-19 пандемияһы менән көрәш сиктәрендә лаборатор диагностика бүлегенең «ҡыҙыл зонаһында» тәүлек әйләнәһенә эшләй. Вируслы инфекция диагностикаһының бөтә алымдарына юғары профессиональ кимәлдә эйә булараҡ, ПЦР-тикшеренеү өсөн яңы приборҙы беренселәрҙән булып үҙләштерә һәм лабораторияла эшкә индерә. Инфекция йоҡторғандарҙы һәм ауырығандарҙы асыҡлау буйынса иң ауыр һәм эпидемиологик планда хәүефле эштә булып, тикшеренеүҙәргә беренсел проба әҙерләү менән шөғөлләнә[1][3][4]. Был ҡаҙаныштары өсөн «Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була[5][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы» исеме (2020 йылдың 21 июнендә) — «(COVID-19) коронавирус инфекцияһы менән көрәштә күрһәткән айырым хеҙмәт ҡаҙаныштары, фиҙакәрлек һәм юғары профессионаллек өсөн»[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Тимур Каримов. Коваль Ирина Леонидовна . Герои страны. Дата обращения: 27 июнь 2020.
- ↑ 2,0 2,1 Калининградский врач получил звание Героя Труда РФ . ГТРК «Калининград» (21 июнь 2020). Дата обращения: 1 июль 2020.
- ↑ 3,0 3,1 О присвоении звания Героя Труда Российской Федерации Коваль Ирине Леонидовне . Федеральная служба по надзору в сфере защиты прав потребителей и благополучия человека (21 июнь 2020). Дата обращения: 1 июль 2020.
- ↑ Кирилл Алексеев. За что калининградскому врачу Путин присвоил звание Герой труда . Комсомольская правда (22 июнь 2020). Дата обращения: 1 июль 2020.
- ↑ Путин наградил медработников за вклад в борьбу с коронавирусом . Коммерсантъ (21 июль 2020). Дата обращения: 1 июль 2020.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21.06.2020 № 407 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Официальный интернет-портал правовой информации (21 июнь 2020). Дата обращения: 27 июнь 2020.