Кобяков Анатолий Иванович
Кобяков Анатолий Иванович (2 июнь 1946 йыл, Ишембай) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы (1991), Мәскәү инженерлыҡ экологияһы университетында профессор (кафедра «тәбиғи яғыулыҡтарҙы эшкәртеү техникаһы»[1]).
Кобяков Анатолий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 июнь 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | автоматизация[d], кибернетика, ғәмәли математика[d], химия һәм электромеханика[d] |
Эш урыны |
Мәскәү дәүләт инженерлыҡ экологияһы университеты[d] ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Фәнни эшмәкәрлеге химия-технология объекттарын автоматлаштырыу проблемаларына арналған. 65-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӨфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлай. Альма-матер сайтында иң күренекле тамамлаусылар араһында атала[2]
Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй. 1999—2011 йылдарҙа Мәскәү инженерлыҡ экологияһы университетында профессор була.
Кобяков тарафынан эшләтеп ебәреү процестарының математик моделдәре һәм улар менән идара итеүҙең оптималь алымдары эшләнә, атмосфераға сығарылған газ ташланмалары зарарлығының кәмеүен, ресурстарҙы һаҡлау һәм етештереүҙең экологик хәүефһеҙлеге шарттарында технологик процестарҙың үҫешен тәьмин иткән химия продукцияһы алыу ысулдары уйлап табыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре күп кимәлле бүлгеләнгән технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаларын төҙөгәндә, минераль ашламалар, фенол, ацетон етештереүҙә технологик процестарҙың һәм ҡорамалдарҙың авария режимдарынан һаҡлау системаларын синтезлағанда ҡулланыла.
Библиография
үҙгәртергәКобяков, Анатолий Иванович. Автоматизированное оптимальное управление пусковыми процессами сложных химико-технологических систем : (На примере производств чёрной кислоты, фенола и ацетона) : автореферат диссертации … доктора технических наук : 05.13.07 Моск. институт хим. машиностроения
Патенттары
үҙгәртергәСпособ очистки газов от диоксида серы (патент РФ № 2081683)
Способ получения серной кислоты (патент РФ № 2027665)
Способ очистки газов от оксидов серы и азота (патент РФ № 2104754)
Способ переработки концентрированного сернистого газа (патент РФ № 2174945)
Способ переработки твердого углеродсодержащего топлива (патент РФ № 2115696)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 27 май 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ ФГБОУ ВПО Уфимский государственный нефтяной технический университет(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергәИ. М. Арпишкин. Кобяков, Анатолий Иванович . ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йыл 26 апрель архивланған.