Клюев Александр Владимирович
Клюев Александр Владимирович (21 август 1952 йыл) — ғалим-юрист, комсомол һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан Башҡортостан студент төҙөлөш отряды комиссары; 1981—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре. 2001—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2004). Полковник (2005).
Клюев Александр Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Әзербайжан Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 август 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Нахчиван, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | юрист, ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр кандидаты[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Владимирович Клюев 1952 йылдың 21 агусында хәҙерге Әзербайжандың Нахчиван ҡалаһында тыуған. 1976—1981 йылдарҙа комсомол эшендә. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1969—1970 йылдарҙа һәм 1973 йылдан Өфө приборҙар эшләү заводында эшләй.
1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультеты ВЛКСМ-ының секретарь урынбаҫары, Башҡортостан студент төҙөлөш отряды комиссары.
1981—2000 йылдарҙа Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында эшләй.
1994—1996 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре.
2000 йылдан Рәсәй компанияһы «Вимм-Билл-Данн» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалында директор урынбаҫары, 2008 йылдың ғинуарынан Өфө хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарын социаль яҡлау ассоциацияһының генераль директоры, шул уҡ йылдың декабренән коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ «Тәржемәселәр ойошмаһы» директоры.
2001—2013 йылдарҙа БДУ-ла, бер үк ваҡытта, 2005—2010 йылдарҙа, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Төньяҡ-Көнбайыш квалификация күтәреү институтының Өфө филалында уҡыта[1].
Фәнни тикшеренеүҙәре
үҙгәртергәТерроризмға, экстремизмға, наркоенәйәтселеккә ҡаршы көрәш, Рәсәйҙең милли именлеге проблемаларына арналған. 50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Ғилми баҫмалары:
- Детерминанты терроризма и организация его профилактики. Өфө, 2005 (авторҙаш);
- Уфимское губернское жандармское управление. 1873—1917 гг.: док. и материалы. Өфө, 2012 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса яҡшы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1985);
- 3-сө дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1989);
- 2-се дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы (ФИХ) (1997);
- 1-се дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы (ФИХ) (2000);
- Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең күкрәккә таға торған «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» билдәһе (2002);
- СССР Дәүләт именлеге комитетының Почёт грамотаһы (1997).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Клюев Александр Владимирович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 21 август 2022)