Клузенштайн һарайы

Хемерҙағы һарай, Германия

Клузенштайн — Хемерҙағы һарай, Германия. Хённе йылғаһы үҙәненән 60 метр бейеклектәге ҡаяла урынлашҡан. 1353 йылда Марк графлығының сик һыҙығы булараҡ төҙөлгән һарай[1] .

Клузенштайн һарайының көньяҡ күренеше

Һарайҙы Плеттенберг дворян ғаилә ағзаһы Герһард 1353 йылда төҙөгән.

Замок Марк графлығы сиктәрен Кёльн епископ дәүләте һәм Арнсберг графлығы сиктәре менән нығытыу маҡсатында ойошторолған. Өс сик тә Һенне йылғаһы буйынан үткән, һәм замок та Һенне ярында урынлашҡан. 1366 йылда, граф Энгельберт һәм Арнсбергтан Готфрид IV араһындағы дошманлыҡ дәүерендә Клузенштайн һарайы ҡамап алынған була, шулай ҙа емертелмәгән.

Арнсбергтың һуңғы графы Готфрид IV Кёльн митрополияһы башлығына һарайҙы һатҡандан һуң, замок үҙенең тәүге тәғәйенләнешен юғалтҡан. Артабан, XVII быуатҡа тиклем Клузенштайн замогына Вермингһаузен ғаиләһеэйә булған. Утыҙ йыллыҡ һуғышосоронда һарай швед һәм гессен ғәскәрҙәре контроле аҫтында булған. 1695 йылда Брабек ғаиләһе замокты һатып алған һәм 1812 йылда Лоббек ғаиләһенә һатҡан[2]. 1904 йылда замокты Hoesch тау-завод компанияһы һатып алған булһа, хәҙер ул Rheinkalk компанияһына ҡарай.

2003 йылда, һарайға 650 йыл тулыу айҡанлы, һарай һәм уның биләмәләрендә барса төҙөлмәләр ремонтланды.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Һарайҙың ысын исеменең килеп сығышы төгәл генә билдәле түгел.

Урынлашыуы

үҙгәртергә
 
Һарай эргәһендәге тирмән

Һенне йылғаһы үҙәне өҫтөндә, уның иң тар ерендә, 60 метр бейеклектә урынлашҡан һарай. Ҡаяның аҫҡы өлөшөндә 51 метр оҙонлоғондағы ҙур булмаған мәмерйә бар. Оҙаҡ ваҡыт һарайҙан йәшерен ҡасып китә алырлыҡ юл тураһында легендалар йәшәп килгән. Һәм, ниһәйәт, 2003 йылда, һарайҙың 1840 йылда емерелгән көнсығыш өлөшөндә, мәмерйәгә инеү урыны табылған.

Замок эргәһендә, уның өлөшө булмаған тирмән урынлашҡан[3]. 1912 йылда замок эргәһендә ҡала-ара тимер юлы төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ferdinand Freiligrath. Das malerische und romantische Westphalen. — W. Langewiesche, 1842. — 354 с.
  2. Von Der Insel Zum Felsenmeer: 700 Jahre Deilinghofen. — Kultur-und-Geimatverein, 2005. — 280 с.
  3. Karl Baedeker. Northern Germany: as far as the Bavarian and Austrian frontiers. Handbook for travellers. — K. Baedeker, 1893. — 636 с.