Клариса Лиспектор

Клариса Лиспектор (порт. Clarice Lispector; 10 декабрь 1920 йыл, Чечельник, Украина — 9 декабрь 1977 йыл, Рио-де-Жанейро, Бразилия) — Бразилия яҙыусыһы.

Клариса Лиспектор
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Украина Совет Социалистик Республикаһы
 Бразилия[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме укр. Хая Пинхасiвна Лиспектор
Псевдоним Helen Palmer һәм Terelu
Тыуған көнө 10 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][1][5][…]
Тыуған урыны Чечельник[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 9 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][1][5][…] (56 йәш)
Вафат булған урыны Рио-де-Жанейро, Бразилия[3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак яичника[d][6]
Бер туғандары Elisa Lispector[d][7]
Хәләл ефете Maury Gurgel Valente[d][8]
Яҙма әҫәрҙәр теле Португал теле
Һөнәр төрө сценарий яҙыусы, тәржемәсе, журналист, романист, рәссам, яҙыусы
Уҡыу йорто юридический факультет Федерального университета Рио-де-Жанейро[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт claricelispector.com.br
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Клариса Лиспектор Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Уның атаһы Пинкус (йәки Пинкас) Лиспектор (Спектор) һәм әсәһе Маня Крингольд Лиспектор (Спектор). Уның хәтерләүҙәре буйынса, Кларистың ата-әсәһе 1911 йылда үҙҙәренең ике ҡыҙы — Лия һәм Таня менән Балт өйәҙенә ҡараған Савраниҙа, ә 1915 йылда Гайс өйәҙенең Теплик тигән урынында йәшәгәндәр. Хайя (һуңынан ул Кларис булып китәсәк) 1920 йылдың 10 декабрендә Чечельник тигән ерҙә донъяға килә, уның ата-әсәһе Граждандар һуғышы ҡазаларынан ҡасып, тап ошо яҡтарға килеп юлыҡҡан була. 1921 йылда Кларисҡа ни бары ике ай ғына булғанда, уның ғаиләһе Бразилияға сығып китә. Улар Ресифе ҡалаһына (Төньяҡ-Көнсығыш Бразилиялағы Пернамбуко штаты) барып урынлаша. 1928 йылда Кларис «Жуан Рамальоның Мәктәбе Төркөмө» тип аталған мәктәпкә уҡырға төшә. Ә киләһе 1929 йылда ул үҙенең тәүге хикәйәләрен яҙа, әммә урындағы «Диарио ди Пернамбуко» (Diario de Pernambuco) гәзите, Кларистың хикәйәләрендә әҙәби төйөнләнеш булмауына, шулай уҡ ниндәй ҙә булһа фактҡа мөрәжәғәт итеү юҡлыҡҡа һәм ни бары хис-тойғоларға ғына өҫтөнлөк бирелеүенә һылтанып, уның хикәйәләрен балалар өсөн бүленгән биттәрҙә баҫтырып сығарыуҙан баш тарталар. Ошо уҡ йылда Кларистың әсәһе вафат була. 1935 йылда Лиспекторҙар ғаиләһе Рио-де-Жанейроға күсеп килә. Бында Кларис португал теленән дәрестәр бирә башлай. Уҡыусы һәм уҡытыусы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҙ тормошо тәжрибәһендә таныған Кларис «Ҡырағай йөрәк янында» («Около дикого сердца») тигән тәүге романында сағылдыра. 1939 йылда Кларис Рио-де-Жанейролағы Милли Хоҡуҡ Факультетына уҡырға инә. Ә бер йылдан, 1940 йылда, ул Рио-де-Жанейроның Милли Мәғлүмәт Агентлығында мөхәррир вазифаһын башҡара башлай. Ошо йылда уның атаһы вафат булып ҡала. 1942 йылда Кларис Рио-де-Жанейрола «Төн» («Ночь»), (A Noite) гәзитендә редактор вазифаһын башҡара. Был гәзиттә ул үҙенең бер нисә хикәйәһен баҫтырып сығара. Киләһе йылына үҙе менән бер мәктәптә уҡыған Мавре Гуржела Валентиға (Mauri Gurgel Valente) кейәүгә сыға. Икенсе Донъя һуғышы ваҡытында ул хәрби госпиталдә бразил һалдаттарына ярҙам итә. 1945 йылда «Ҡырағай йөрәк янында» («Около дикого сердца») романы «Граса Араня» фондының бүләгенә лайыҡ була. Дипломат ҡатыны булараҡ, ул Европала (Италияла, Швейцарияла, Төркиәлә, Бөйөк Британияла) һәм АҠШ-та йәшәй.

Күп һанлы новеллалар һәм хикәйәләр авторы, уларҙың юғары художество ҡиммәтен бик күп тәнҡитселәр билдәләй. «Ҡырағай йөрәк янында» («Около дикого сердца») тигән тәүге романын ул 19 йәшендә үк нәшер итә. Йәш яҙыусының ижадына Кэтрин Мэнсфилд, Вирджинии Вулф, Розамонд Леман кеүек әҙиптәр йоғонто яһай. Әҙибәнең ижади багажын йәмғеһе 8 роман, 8 хикәйәләр йыйынтығы, әҙәби мәҡәләләр, шулай уҡ Оскар Уайльдтың «Дориан Грей портреты» («Портрет Дориана Грея») романының португал теленә тәржемәһе тулылындыра. Лиспекторға иң ҙур танылыу һәм уңыш килтергән әҫәрҙәренең береһе булып «Ғаилә бәйләнештәре»(«Семейные узы») тигән хикәйәләр йыйынтығы тора. Бында ул ҡатын-ҡыҙ проблемаларын төрлө яҡтан һәм тәрән яҡтырта. Был хикәйәләрҙә автор үҙенең эске донъяһының ни ҡәҙәрем бай икәнен аңлай. Тап ошо әҫәрҙәре аша Лиспекторҙың ижадына яҙыусы-экзистенциалистар А. Камю һәм Ж.-П. Сартра әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы сағылыш таба. 1960 йылда яҙыусы үҙенең ире менән айырылыша һәм Рио-де-Жанейроға әйләнеп ҡайта. Ул тағы ла баш ҡала матбуғат баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай. 1964 йылда уның тағы бер хикәйәләр йыйынтығы, атап әйткәндә, «Сит ил легионы» («Иностранный легион») тигән хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә, ә тәнҡитселәр уны бразил әҙәбиәтенең бөйөк ҡаҙанышы тип билдәләй. Әҙибә үҙ иленең йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай, ул хәрби диктәтураға ҡаршылыҡ белдергән демонстрацияларҙа әүҙем ҡатнаша. Лиспектор 1977 йылдың 9 декабрендә, үҙенең 57 йәшлек тыуған көнөнә бер көн ҡалғанда вафат була. Ул үҙен «Сан Жуан Батиста» зыяратында ерләүҙәрен теләгән була, әммә сығышы менән Европанан булғанлыҡтан, ул 1977 йылдың 11 Рио-де-Жанейролағы «Израелита к Говорю» зыяратында һуңғы төйәген таба (порт. Cemiterio Israelita do Kaju). Лиспектор был донъянан иртә китә, әммә талантлы прозаиктың әҫәрҙәре әлеге көндә лә актуаллеген юғалтмай. Уның китаптары ҡайтанан баҫтырылып тора, шулай уҡ донъяның бихисап телдәренә тәржемә ителә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

• 1945 йылда бразил әҙәби академияһы булдырған Грас Аранья фонды премияһы («Ҡырағай йөрәк янында» («Около дикого сердца» романы өсөн). • 1961 йылда Кармен Долорес Барбос премияһы («Ҡараңғылыҡтағы алма» («Яблоко во Тьме» романы өсөн). • 1967 йылда Балаларҙың милли ойошмаһының Калунга премияһы (Балалар өсөн яҙылған «Иҫ киткес кролик йомаҡтары» («Загадка замечтавшегося кролика»). • 1976 йыл Федераль округтың унынсы милли-әҙәби конкурсының беренсе премияһы.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Украин теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре • Хикәйәләр. Португал теленән Валентин Диденко тәржемәһе// Вселенная, 1995, № 7. • Йондоҙ ваҡыты (Время звезды) . Роман / Португал теленән [2] Ярослав Губарев тәржемәһе / С баш һүҙ һәм редакция — Инна Корнелюк. — Львов: Издательство Анетта Антоненко , 2016. — 108 с. • Ғаилә бәйләнештәре (Семейные узы). Новеллалар / Португал теленән Наталья Пнюшкова тәржемәһе. — Львов: Издательство Анетта Антоненко , 2018. −144 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Виталий Аблицов. Галактика «Украина». Украинская диаспора: выдающиеся фигуры. Киев: КИТ, 2007. — 436 с.
  • Вера Вовк. Рассказ «КУРИЦА», опубликованe в сборнике «Собака с банкой на хвосте» («Contraste», Rio de Janeiro, 2009).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Биография Лиспектор (рус.)
  • Сайт Лиспектор (порт.)
  • Редкое интервью с Лиспектор на ресурсе Центра языка и культуры португалоязычных стран (рус.)