Кишкуншаг (милли парк)
Кишкуншаг (мадьярса Kiskunsági Nemzeti Park) — Венгрияның Көньяк Альфельд төбәгенең Бач-Кишкун биләмәһендә урынлашҡан милли парк.
Кишкуншаг | |
Нигеҙләү датаһы | 1975 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
Дәүләт | Венгрия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Кечкеметский яраш[d] |
Ойошма ағзаһы | Кеше һәм биосфера[d] |
Майҙан | 50 523 гектар |
Рәсми сайт | knp.nemzetipark.gov.hu |
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО | unesco.org/mabdb/br/brdi… |
Кишкуншаг Викимилектә |
Парк майҙаны — 570 км. Дала экосистемаһы өлгөһөн һаҡлаусы, ЮНЕСКО тарафынан биосфера ҡурсаулығы тип иғлан ителгән парк 1975 йылда төҙөлә.
Парк эргәһендәге иң ҙур ҡала — Кечкемет, һәм шунда уҡ ҡурсаулыҡҡа сәфәр ойоштороусы бюро урынлашҡан.
Парк Кишкуншаг (Кесе Кумания) тарихи өлкәнең атамаһын йөрөтә. Ул Дунай һәм Тисе йылғалары араһындағы биләмәлә урынлашҡан. Парк Урта Дунай тигеҙлеге уртаһында ята. Бында йылғалар аҙ. Ҡоро, яуым-төшөм аҙ булған климат, ҡомташ, һаҙлыҡ урындар күп. Ҡалҡыулыҡ юҡ тиерлек.
Парк Кишкуншаг буйлап таралған, бер-береһе менән бәйләнмәгән 7 һаҡланыусы биләмәләрҙән тора.
Паркта туғаҙаҡ популяцияһы, бик күп төрлө һыу ҡоштары йәшәй. Бындағы тоҙло күлдәр күсер ҡоштарҙың миграцияһы осоронда төйәк булып хеҙмәт итә.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Селид күле