Кириллов Анатолий Дмитриевич

Кириллова Анатолий Дмитриевич (2 октябрь 1947 йыл) — тарих фәндәре докторы, Урал федераль университеты профессоры, Сәйәси фәндәр академияһы ағзаһы, Свердловск өлкәһе тарихы үҙәге директоры.

Кириллов Анатолий Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 февраль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих һәм политология
Эш урыны Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Урал дәүләт хеҙмәте академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] (1998)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Знак отличия «За заслуги перед Свердловской областью» орден святого благоверного князя Даниила Московского III степени Знак отличия «За заслуги перед Свердловской областью»

Биографияһы

үҙгәртергә

Анатолий Дмитриевич Кириллов 1947 йылдың 2 октябрендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған. 1962 йылда музыка мәктәбенең скрипка класын тамамлай. 1966 йылда Магнитогорскта урта мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай[1].

1971 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын «инженер-электрик» һөнәре буйынса тамамлай, һуңынан Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай.

1984 йылда тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлап дәғүә итеп, «Деятельность партийных организаций Урала по ускорению темпов научно-технического прогресса в чёрной металлургии (1976—1980 г.г.)» темаһына диссертацияһын, ә 1998 йылда «Социально-политическое развитие регионов в период становления новой российской государственности, 1990—1998 годах (на материалах Урала)» темаһы буйынса диссертация яҡлар докторлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ була[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1971—1972 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатында электромонтаж идаралығында мастер булып башлай. Һуңынан 1972—1975 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Магнитогорск ҡалаһы комитеты секретары; 1975—1980 йылдарҙа — партия эшендә. 1982 йылдың август айынан тикшеренеү үҙәге директоры — партия һәм совет эше практикаһын өйрәнеү буйынса лабораторияла

1994—1995 йылдарҙа Свердловск өлкә Думаһының социаль-сәйәси технологиялар бүлеге мөдире була. 1995—1997 йылдарҙа Губернатор Эдуард Эргартович Росселдың хакимиәтендә мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы, 1997—2000 йылдарҙа Свердловск өлкәһе губернаторының сәйәси мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе булып тора[1].

2001 йылдан Свердловск төбәк йәмәғәт учреждениеһы «Төбәк сәйәсәт институтының» директоры булып тора, 2002 йылдан «Уральский федеральный округ. УрФО» журналының нәшриәтсеһе

2006 йылдың ноябренән 2015 йылдың сентябренә тиклем Урал хәҙерге сәйәси тарихы үҙәген ойоштора ( Б.Н. Ельциндың Урал үҙәге), уның директоры була. 2015 йылдан Б.Н. Ельцин Президент Үҙәгенең ғилми советы составына инә[1].

2015 йылдың сентябренән Свердловск өлкәһе тарихы үҙәген ойоштора һәм уның директоры була.

Наградалары

үҙгәртергә

Ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр бүләкләнә[1]:

  • Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы почет грамотаһы
  • Свердловск өлкәһе губернаторының почет грамотаһы
  • 2007 — III дәрәжә изге кенәз Даниил Московский ордены;
  • 2007 — III дәрәжә «Свердловск өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе;
  • 2012 — II дәрәжә «Свердловск өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе;
  • «Ектеринбург ҡалаһы тарихына шәхси өлөш индергәне һәм һөнәри эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн» дипломы һәм «Танылыу» премияһы

Библиография

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Панов А. Мне посчастливилось изучать уральскую историю в период становления новой России // Чиновник. — 2007. — № 4. — С. 6—63.
  2. Политическая история Урала и Уральского федерального округа. 1985-2007гг. / сост. А.Д. Кириллов. — Уральский рабочий, 2008. — С. 535—543. — 544 с. — ISBN 978-5-85383-358-6.