Киото университеты (япон. 京都大学кё:то дайгаку?) — Японияның иң мөһим милли университеттарының береһе. Киото ҡалаһында урынлашҡан. Элегерәк император университеттары рәтенә ингән. Токио университетынан һуң илдең икенсе иң боронғо университеттарының береһе[2] Киото университетында яҡынса 22 мең студент уҡый.

Киото университеты
Kyoto University.jpg
Исеме

япон. 京都大学

Девиз

自由の学風

Асылған йылы

1897

Президент

Хироси Мацумото

Студенттар

22 707 [1]

Урынлашыуы

Киото, Япония

Сайт

http://www.kyoto-u.ac.jp/en

3 кампусы бар, иң төп кампусы — Ёсида. Токио университеты менән бергә Японияның ике иң яҡшы университеттары тип иҫәпләнә[3].

ТарихыҮҙгәртергә

Университеттан алда 1869 йылда Осакала нигеҙләнгән Химия мәктәбе (япон. 舎密局сэймикёку?) эшләгән. Һуңыраҡ 1886 йылда уның урынында Өсөнсө юғары мәктәп (япон. 第三髙等學校дайсан ко:то: гакко:?) асылған, шул уҡ йылда был мәктәп хәҙерге университеттың төп кампусына күсерелгән.

1897 йылда Өсөнсө юғары мәктәп бинаһында император университеттары системаһының бер өлөшө булараҡ Киото император университеты асылған, фән һәм техника колледжына нигеҙ һалынған. 1899 йылда юридик һәм медицина колледждары, 1906 йылда — әҙәбиәт колледжы барлыҡҡа килгән.

2004 йылдан яңы законға ярашлы Киото университеты илдең милли университеттары системаһына индерелгән.

Уҡыу йортоның Геофизика департаменты һәм шулай уҡ тәбиғи афәтте иҫкәртеү буйынса тикшеренеү институты Ер тетрәүҙәрҙе күҙаллау буйынса милли комитетының вәкиле булып тора[4]

ПрезиденттарыҮҙгәртергә

Университет тарихында 25 президент булған, шулай уҡ 5 кеше был вазифаһны биләмәйенсә уны ваҡытлыса башҡарған[5]. Хәҙерге президент Хироси Мацумото вазифаһын 2008 йылдың 1 октябренән биләй.

  • Кикути Дайроку (1908—1912)
  • Косаку Хамада (1937—1938)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Kyoto University: 2008/2009 Facts and Figures. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 июль 2012. 31 октябрь 2008 тикшерелгән.
  2. Historical Sketch. About Kyoto University. Kyoto University (2004). 17 июль 2007 тикшерелгән.
  3. Рейтинг университетов мира (2010 года)
  4. Organizations with ties to CCEP CCEP, accessed 2011-03-19
  5. Presidents of Kyoto University