Кино төшөрөү осоро
Төшөрөү осоро (рус. Съёмочный период) — кино төшөрөүҙең иң яуаплы һәм ҡиммәтле этабы. Уның уңышына һәм оҙайлылығына фильмдың бюджеты бәйле, шуға күрә төшөрөү ентекле планлаштырыуҙы һәм ентекле уйланылған алымды талап итә. Төшөрөүҙе дөрөҫ ойоштороу һәм уларҙың планын ваҡытында ентекләп өйрәнеү төшөрөү осорон ҡыҫҡартырға булышлыҡ итә.
Төшөрөүҙе планлаштырғанда мөһим мәл — уларҙың өҙлөкһөҙ булыуын тәьмин итеү һәм төркөмдөң эшһеҙ тороуына юл ҡуймау.
Ғәҙәттә, был әҙерлек осороноң һәм фильмды монтажлауҙың бәйләүсе звеноһы. Профессиональ кинематографта тулы метражлы нәфис фильмдарҙы төркөм төшөрә, ул, материалдың ҙурлығына һәм ҡатмарлығына ҡарап, бер нисә тиҫтә йәки йөҙҙәрсә хеҙмәткәрҙе үҙ эсенә ала.
Заманса технологиялар
үҙгәртергәЦифрлы технологиялар таралыу менән кино төшөрөү процесы классик фильмдан айырыла башлай, ул оптик һәм цифрлы эш алымдарының төрлө берләшеүенән ғибәрәт..Ҡайһы бер технологик этаптар бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан йәки үҙгәртелгән. Бөгөнгө көндә фильмдар тик кино йәки цифрлы ижад ысулдары ярҙамында ғына төшөрөлмәй. Монтажлау-тонировка осоро ғәмәлдә компьютерҙар ярҙамында башҡарыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Фильм
- Кинодистрибьютор
- Кинематограф
- Ижади төркөм
- Төшөрөү (кинематограф)
- Тауышландырыу
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Б. Н. Коноплёв. Основы фильмопроизводства / В. С. Богатова. — 2-е изд.. — М.: «Искусство», 1975. — 448 с. — 5000 экз.
- «Кино төшөрөү». Норматив акттарҙың һәм ведомство күрһәтмәләренең системалаштырылған йыйынтығы. ДСП" Мәскәү, Сәнғәт, 1973 йыл
- Ю. А. Кравцов «Кино теорияһы Буйынса Конспект. 2006 й.»
- Девид К. Ирвинг һәм Питер В. Ри «Продюсерлау һәм ҡыҫҡа метражлы кино — һәм видеофильмдар режиссураһы» Мәскәү, ГИТР, 2008
- Барнуэл Дж. « Кино етештереүҙең фундаменталь нигеҙҙәре» Мәскәү, Тридэ-кукинг, 2010
- « Нәфис кинофильмдар етештереү һәм уның төп составының хоҡуҡтары һәм бурыстары буйынса ижади төркөм тураһында берҙәм положение» Мәскәү, Госкиноиздат, 1947 йыл
- " Нәфис фильмдар етештереү буйынса белешмә " М әскәү, Сәнғәт, 1958 йыл
Һылтанмалар
үҙгәртергәЦикл статей из журнала «Маркетинг и реклама» о продвижении фильмов в сети Интернет 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.