Кинерма (карел. Kinnermy[5]Карелия Республикаһы Пряжинский милли районының Ведлозерский ауыл биләмәһендәге боронғо карел ауылы, тарихтың комплекслы ҡомартҡыһы[6]. Карел-ливвиктарҙың йәшәү үҙәге.

Кинерма
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ведлозерское сельское поселение[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 4 кеше (2002)[1],
6 кеше (2010)[2],
6 кеше (2013)[3]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Пряжинский район[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][4]
Почта индексы 186143
Карта
 Кинерма Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Ауыл урынлашҡан районда XVI быуаттан уҡ йәшәгәндәр

Ауыл беренсе тапҡыр 1496 йылда «Обонежская пятинаның яҙма китабында» телгә алына[7].


Ауылда XVIII быуатта һәм XIX быуат башында төҙөлгән йорттар, шулай уҡ XVIII быуатта төҙөлгән Смоленская Божья Матерь сиркәүе урынлашҡан. Әлеге ваҡытта йорттар Карелия Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттары булараҡ һаҡлауға алынған.

2000 йылда ауылға ярҙам итеү өсөн Карелияла Республикаһы карел мәҙәни мираҫына ярҙам итеү өсөн Ижтиағи фонд ойошторола.

2001 йылда Kinnermäen ystävät (Кинерма дуҫтары) йәмәғәт ойошмаһы ойошторола.

2016 йылда ауыл Рәсәйҙең иң матур ауылдары ассоциацияһына ҡабул ителә[8][9][10]. Конкурста еңеү һөҙөмтәһендә кескенә ауыл өсөн ҙур туристар ағымы барлыҡҡа килә, улар менән алты кеше генә эш итә алмай: берҙән-бер ҡунаҡхана хужабикәһе журналистарға «кешеләр үпкәләп китмәһен өсөн беҙ был аҡсаға сифатлы хеҙмәтләндерергә теләйбеҙ. Әммә йылына 4 мең турист! Был физик яҡтан мөмкин түгел. Миндә ярты йыл алдан яҙылыу» тип хәбәр итә[11].

Кинермала "Кинермала тормош" күргәҙмәһе эшләй.

Ауыл ҡоролмалары араһында түбәндәге объекттар архитектура ҡомартҡыһы тип таныла:

  • Качалованың торлаҡ йорто (XIX быуат аҙағы)
  • Гаврилованың торлаҡ йорт (XIX быуат аҙағы)
  • Давыдовтың торлаҡ йорто (1924 й.)
  • Кузнецованың торлаҡ йорто (XIX быуаттың икенсе яртыһы)
  • Ершованың торлаҡ йорто (XIX быуаттың икенсе яртыһы)
  • Стафееваның торлаҡ йорто (XIX быуат аҙағы)
  • Кузнецованың мунсаһы (1902 й.)

1905 йылда халыҡ һаны 117 кеше тәшкил итә[12]. 1911 йылда 168 кеше йәшәгән. 2010 йылда алты кеше иҫәпләнгән[13], 2013 йылда шулай уҡ алты кеше йәшәй[14].

Фотоһүрәттәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Данные Всероссийской переписи населения 2002 года: таблица № 02c. Численность населения и преобладающая национальность по каждому сельскому населённому пункту. (урыҫ)М.: Росстат, 2004.
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Сельские населённые пункты Республики Карелия
  3. Численность населения в разрезе сельских населённых пунктов Республики Карелия по состоянию на 1 января 2013 года (урыҫ)
  4. Распоряжение Правительства Республики Карелия № 542р-П от 12.08.2013
  5. Республика Карелия. Список названий насёленных пунктов на русском, карельском и вепсском языках (в местах компактного проживания карелов и вепсов). — Петрозаводск: КарНЦ РАН, 2006. — С. 13 — 24 с.
  6. Объекты культурного наследия на территории Ведлозерского сельского поселения
  7. Календарь знаменательных дат (стр. 4)
  8. Российская газета — Названы самые красивые деревни России
  9. 8 красивых деревень России
  10. Самые красивые деревни России — Село Кинерма, Республика Карелия
  11. Самая красивая деревня России просит спасти её от туристов // Комсомольская правда, 29 января 2017 года.
  12. Ведлозерская волость Олонецкого уезда
  13. Всероссийская перепись населения 2010 года. Сельские населённые пункты Республики Карелия
  14. Численность населения в разрезе сельских населённых пунктов Республики Карелия по состоянию на 1 января 2013 года. Дата обращения: 3 января 2015. Архивировано 3 января 2015 года.
  • Карелия: энциклопедия: 3 т. / гл. ред. ф. Титов. 2 т.: К — П — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. 56. с. — 464 с.:, карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)

Һылтанмалар

үҙгәртергә