Килуновка
Килуновка — Башҡортостандың Ҡариҙел районында бөткән ауыл. Павловка ГЭС-ын сафҡа ебәрер алдынан бөтөрөлә. Урыҫтар йәшәгән ауыл.
Килуновка | |
Нигеҙләү датаһы | 1860 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Урғыш ауыл Советы (Ҡариҙел районы) |
Тарихы
үҙгәртергәКүрәһең[1] ауылға Пермь губернаһынан күсенеп килеүселәр, башҡорттарҙан ошо ерҙәрҙе һатып алыусы дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. Нигеҙ һалыу ваҡыты, моғайын, күрше Непряхино, Урғыш һәм Әтербаш ауылдары кеүек үк — XIX быуаттың 60-сы йылдары[2]. 1877 йылда 23 ихата була, 67 ир-ат һәм 70 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[3].
Географияһы
үҙгәртергәӘтер йылғаһы буйында урынлаша[3].
Халҡы
үҙгәртергәДөйөм демографик күрһәткес | ||||
йыл | ихата | кеше һаны | ||
---|---|---|---|---|
ирҙәр | ҡатын-ҡыҙҙар | Барыһы | ||
1877[3] | 23 | 67 | 70 | 137 |
1920[4] | 54 | 113 | 186 | 299 |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәАуылдың бер кешеһенең фекере буйынса ауылдың исеме «кила» һүҙенән сыҡҡан. Буласаҡ ауыл менән йәнәшәлә ҡайын урмандары күп булған, ҡайындарҙың олондарында оро-бәшмәктәр, халыҡ телендә бакалар йәки килалар күп булған. Был урында уларҙың күплеге күскенселәрҙе шаҡ ҡатырған, һәм улар үҙҙәренең ауылын шулар хөрмәтенә Килуновка тип атарға ҡарар иткән. Был килаларҙы улар ағыуын юҡ итер өсөн бешергәндәр, киптергәндәр һәм аҙаҡ ут тоҡандырыу өсөн саҡма мамығы сифатында ҡулланғандар. Ошолай кипкән осраҡта ул кремний осҡононан да еңел тоҡанған һәм бик оҙаҡ быҫҡыған (хатта көнө буйына). Нығыраҡ янып китһен өсөн тик уға көслө итеп өрөргә генә кәрәк булған.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәРеволюцияға тиклем ауыл бай, хәлле[5] һәм төҙөк була. Килуновкала май заводы, һөт заводы эшләй, күп ҡатлы йорттар була, өҫтәүенә аҫҡы ҡаты кирбестән, ә өҫкө ҡаты ағастан була. Ауылда иркен кластар, ике залы һәм эсендә туалеты менән кирбес мәктәп (1-4 кластар) була (шул ваҡыт өсөн бик яҡшы бина).
Ауылда башлыса дәүләт крәҫтиәндәре йәшәгән[1], ләкин унда бер нисә алпауыт, шул иҫәптән Цыбин һәм Киселёв та йәшәгән. Киселёв революциянан һуң халыҡ тарафынан колхоз рәйесе итеп һайланған, был вазифаны ул Павловка ГЭС-ы төҙөлөшө алдынан ауыл бөткәнгә тиклем биләй. Фронтҡа уны алмайҙар, сөнки ҡулы булмай. Халыҡ һәр саҡ уның яҡлы була һәм ғүмер буйына уға ярҙам итә. Киселёв шулай уҡ халыҡҡа хәленән килгәнсе ярҙам итә, үҙенең ике ҡатлы йортон колхоз идаралығына тапшыра. Ә Цыбиндың ике ҡатлы йортонда балалар баҡсаһы була.
Ауылда йәшәүсе ғаиләләр
үҙгәртергәАуылда түбәндәге ғаиләләр йәшәгән:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Судя по соседним русским деревням и истории их заселения
- ↑ Книга Асфандиярова А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельних территорий» Уфа: Китап, 2009. 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Генеалогия и архивы Башкортостана
- ↑ Населённые пункты Башкортостана 2012 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Многие её жители были раскулачены и сосланы в ссылку (по данным сайта Жертвы политического террора в СССР)
- ↑ uznal.org
- ↑ rosgenea.ru . Дата обращения: 2 декабрь 2012. Архивировано 3 октябрь 2012 года. 2012 йыл 3 октябрь архивланған.
- ↑ list.memo.ru/d26/f477.htm
- ↑ list.memo.ru/d31/f493.htm
- ↑ ufapda.ru .(недоступная ссылка)
- ↑ list.memo.ru/d35/f288.htm
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельних территорий Уфа: Китап, 2009. 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4
- Генеалогия и архивы Башкортостана
- Населённые пункты Башкортостана 2012 йыл 24 декабрь архивланған.