Кеүәшле
Кеүәшле — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан республикаһы Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Һаҡмар йылғаһына уң яғынан (тамағынан 640 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км тәшкил итә.
Кеүәшле | |
Ҡайҙа ҡоя | Һаҡмар |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 19 km |
Кеүәшле йылғаһы Йомаш ауылы уртаһынан аға.
Сафиулла Иҫәновтың сайтынан[1]:
Башҡорттар ырыуҙарға берләшеп йәшәгән осорҙа Урғаҙа йылғаһы буйында Арыҫлан исемле ҡарт көн иткән. Уның оло ҡатынынан Байыш, Йомаш, Ямаш исемле улдары булған. Йомаш менән Ямаш һунар итергә яратҡан. Һунарҙа йөрөгәндә улар хәҙерге Йомаш ауылы ултырған ерҙән дә үтәләр. Был ике һөҙәк тау араһынан аҡҡан йылға үҙәне була. Шуға иғтибар итәләр: йылға боролоп-боролоп аға һәм урыны-урыны менән ҡая-ташлы тауҙарҙы урай. Аҡҡан һыу тау итәгендә буран-елдән ышыҡланыуға уңайлы соҡорҙар, уйымдар хасил итә. Шул ҡыуыш урындарҙа улар үҙҙәре лә ел-ямғырҙан һаҡланып, ял итеп алыр булған. Бына шуға ла был йылғаны «Ҡыуышлы» тип атайҙар. Аҙаҡ уның исеме «Кеүәшле» булып китә.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы һыу Урал бассейны округын ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы башынан Оло Эйек йылғаһына ҡушылғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200004976
— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200497
— Бассейн коды — 12.01.00.005
— ГӨ буйынса томы — 12
— ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ САФИУЛЛА ХАФИЗ УЛЫ ИҪӘНОВТЫҢ ТӘРЖЕМӘИ ХӘЛЕ
- ↑ 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: Кувашлы . Дата обращения: 7 август 2011. Архивировано 21 август 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).