Кесе Юлыҡ
Кесе Юлыҡ — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостандың Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Һаҡмар йылғаһына уң яғынан (тамағынан 620 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км тәшкил итә.
Кесе Юлыҡ | |
Ҡайҙа ҡоя | Һаҡмар |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 10 km |
Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы эргәһендә Мағаш йылғаһының уң ҡушылдығы, баштараҡ Оло Юлыҡ исемен йөрөтә (1801 йылғы карталарҙа шулай күрһәтелгән).
Башҡорт теле белгесе М. Усманова фекеренсә, Кесе Юлыҡ — ошо уҡ райондағы Ҡыуат ауылы янында аҡҡан Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы, хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан[1]. Йылға атамаһы боронғо төрки julag (юлаҡ) һәм il (юл) һүҙҙәренә барып тоташа, мәғәнәһе — йылғасыҡ, инеш. Ошо уҡ районда йылға исеме менән йөрөтөлгән Юлыҡ ауылы бар: татар Юлығы (1801), Юлыҡ Ямы (1868), шулай уҡ Юлыҡ яланы, Юлыҡ шишмәһе (Йылайыр районы), Юлыҡ күпере (Баймаҡ районы) булыуы билдәле[1].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы[2]:
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200005010
Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200501
Бассейн коды — 12.01.00.005
ГӨ буйынса томы — 12
ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Иҫкәрмләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Минсылыу Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 212-се бит
- ↑ 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: Малый Юлук . Дата обращения: 7 август 2011. Архивировано 21 август 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).