Кем алда өлгөрә? (урыҫ. Кто успеет опередить?)— башҡорт милли балалар уйыны. Ике бала, ҡара-ҡаршы тороп, бауҙың остарын тота. Уларҙың һәр береһе яғында, ике метр алыҫлыҡта, берәр түмәр ултыртыла.

Кем алда өлгөрә?
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
урам
Физик активлыҡ
юғары

Сигнал булыу менән, уйнаусылар икеһе лә бер-береһен үҙ яғына тарта башлай һәм һыңар ҡулы менән түмәрҙе тотоп алырға тырыша. Кем үҙ яғындағы түмәрҙе элегерәк тотоп өлгөрә, шул еңеүсе була. Бау тартышырғә йәнә ике кеше сыға.


Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.