Квест (мәғәнәләре)
Квест (эҙләү) (ингл. quest — «эҙләү, әйбер эҙләү, мажаралар эҙләү, рыцарь нәҙерен үтәү») — фольклор әҫәрҙәрҙә сюжет төҙөлөшөнөң бер ысулы, персонаждарҙың, сәйәхәт иткәндә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу аша, билдәле маҡсатҡа ирешеүе (мәҫәлән, Персей тураһында миф йәки хатта Гераклдың 12 батырлығы тураһында). Ғәҙәттә, был сәйәхәт ваҡытында геройҙарға күп ауырлыҡтарҙы еңергә тура килә һәм ярҙам итеүсе йә ҡамасаулаусы күп һанлы персонаждарҙы осратырға тура килә. Геройҙар квесты шәхси табыш башҡарыу мөмкин булғаны өсөн, шулай уҡ икенсе мотивҡа таянып та башҡара. Ҡайһы бер квестарҙы үтәү әхлаҡи-этик мәсьәләләрҙе сисеүгә бәйләнә. Бындай сюжеттар рыцарь романдарында популярлыҡ алған, мәҫәлән, Түңәрәк өҫтәл рыцарҙарының иң билдәле квестарының береһе — Изге Граалды эҙләү. Романда квестың рам тибында булыуы, күрәһең, ниндәйҙер тәрән хикәйәләү структураһына тап киләлер.[1] Был алым фэнтези жанрында бигерәк тә әүҙем ҡулланыла. Был жанр ролле уйындар менән тығыҙ бәйләнгәнлектән, бер ни тиклем мәғәнәһен үҙгәртә биреп, ул уйындарға күсә.
Уйындар
үҙгәртергә- Квест (мажаралы уйындар) — уйынсы идара иткән геройҙың, предметтарҙы ҡулланыу, башҡа персонаждар менән аралашыу һәм логик мәсьәләләрҙе сисеү аша, сюжет буйынса алға барыуын ойошторған компьютер хикәйәләү уйыны.
- Квест — персонажға (персонаждарға) уйындағы маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, ролле уйындарҙа тәҡдим ителгән (компьютер йәки тере ғәмәли) бирем йәки задание. Биремде үтәгәндән һуң, персонаждар тәжрибә арта, аҡса, абруй, әйберҙәр, кейем, ҡорал һ. б. ала. Компьютер квестары билдәле бер урында (гел генә күрһәтелмәй) һәм билдәле һанда монстр үлтереүҙән ғибәрәт.[2]
- Квест (бүлмәнән сығыу юлын эҙләү) — уйынсыларҙы бер бүлмәлә бикләнгәндән һуң, уларҙан предметтарҙы эҙләп табыуҙы йәиһә башватҡыстарҙы сисеүҙе талап итеүсе интеллектуаль уйын. Ҡайһы бер жанрҙары, уйынсыларҙы уникаль йәки үҙенә генә бер төрлө атмосфераға сумдырыу маҡсатында, детектив йәки башҡа сюжет индерә. Рәсәйҙә жанр «ысынбарлыҡтағы квестар» атамаһын алды һәм үҫә барған популярлыҡ менән файҙалана.
- Квест (ҡалала ориентирлашыу) — ҡала урамдарында һәм ҡала ситендә ойошторолған интеллектуаль-экстремаль уйындар.
- Квест — ҡала кафеларында үткәрелә торған һәм киң аудиторияға тәғәйенләнгән салон детектив уйындары төрө.
Башҡалары
үҙгәртергә- «Квест» — халыҡ-ара йыһан станцияһы модуле, Халыҡ-ара йыһан станцияһының (МКС) америка сегменты.
- «Квест» — «Жанрҙар» серияһынан Борис Акуниндың романы.
- «Квест» — крипто-тарихи экшн жанрында эшләнгән рәсәй телесериалы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Поль Зюмтор. Опыт построения средневековой поэтики. — СПб.: 2002. — с. 182.
- ↑ Словарь игровых терминов
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |