Каяани ратушаһыФинляндияла Каяани ҡалағындағы элекке ратуша бинаһы

Каяани ратушаһы
фин. Kajaanin raatihuone[1]
Нигеҙләү датаһы 1831 һәм 1830[2]
Рәсем
Дәүләт  Финляндия[2]
Административ-территориаль берәмек Каяани[d][2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 141 метр[1]
Архитектор Карл Людвиг Энгель[d]
Архитектура стиле Ампир
Мираҫ статусы protected by the law on the protection of the architectural heritage in Finland[d][2]
Адрес Linnankatu 14
Карта
 Каяани ратушаһы Викимилектә

Император Александр I 1819 йылда тәүге тапҡыр Каяани ҡалаһына килә һәм ратуша төҙөүгә аҡса бүлә. Ратуша биналарҙың дөйөм ҡулланыу Идаралығында Каяани үҙ проекты буйынса төҙөлә. Ампир стилендәге ағас бинаның проекты архитектор Карл Людвиг Энегль һәм инженер Антон Вильгельм Арппе тарафынан төҙөлә. Төҙөлөш 1831 йылда тамамлана. Ратуша ҡала үҙәгендә иң боронғо бина булып тора[3].

 
1951 йылғы марка

1951 йылдың 7 июлендә Финляндияла Каяани ҡалаһының 300-йыллығына арналған 20 фин маркаһында махсус почта маркаһы сығарыла. Уларҙа 1604—1619 йылдарҙа Амманкоски утрауында Исак Расмусс тарафынан төҙөлгән Каяани замогы (1619-1717), Койвукоски электр станцияһы, Яков Аренберг Каяани (1896) сиркәүе һәм Энгель проекталған Каяани ратушаһы башнялары һүрәтләнгән[4].

Бинаның реконструкцияһы 1985 йылдан алып 1990 йылға тиклем үткәрелә. Нигеҙе сифатында Оулу университетының архитектура факультетын тамамлаған Ирмель Хангандың диплом эше ҡулланыла. Реставрация сиктәрендә бина диуарҙарының баштағы төҫө тергеҙелә, хәҙер ул тулыһынса 1831 йылда тамамланған төҙөлөшкә тап килә. 1904 йылда ҡуйылған тәҙрәләрҙе неоренессанс стилендә ҡалдырыу ҡарар ителә. Каяани ҡалаһы Оулу губернаһындағы биналарҙы һаҡлау буйынса 1992 йылда премияға лайыҡ була[5].

Реставрациянан һуң ратушала ҡала хакимиәте һәм ҡаланың туристик агентлығыбүлексәләре урынлаша. 2007 йылдың февраленән йортта Элиас Леннрот үҙәге урынлаша, ул ҡала художество музейының комплекс өлөшө булып тора[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә