Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы
Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы (22 август 1952 йыл — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2012), Рәсәйҙең Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) мәғариф отличнигы.
Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 август 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Шаҡша-Төньяҡ, Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Өйрәнеү объекты | музыкаль белем[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЛәлә Мөхәмәтдин ҡыҙы Кашапова хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаҡша станцияһы ҡасабаһынан[1] 1975 йылда Ҡазан педагогия институтын[2] тамамлағандан һуң Приморье крайы Дунай ҡасабаһында балалар музыка студияһы уҡытыусыһы булып эшләй. 1976 йылда Өфө ҡалаһы «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының урыҫ вокаль ансамбле етәксеһе. 1978—1989 йылдарҙа Өфөнөң 78-се урта мәктәбендә музыка һәм донъя художество мәҙәниәте уҡытыусыһы. 1981—1996 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының[3]музыкаль һәм эстетик белем биреү кабинеты мөдире. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы[4].
Ғилми тикшеренеүҙәре этномузыка белем биреү проблемаларына арналған.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары — буласаҡ уҡытыусыларҙы музыка, сәнғәт, инклюзив һәм юридик белем биреү өлкәһендә профессиональ әҙерләү; һәләтле уҡыусылар менән эшләргә әҙер булыуҙарын формалаштырыу; 5 педагогия фәндәре кандидаты әҙерләгән; ғилми хеҙмәттәр һаны — 200-ҙән ашыу[5].
Ғилми баҫмалары
үҙгәртергә- Непрерывное этномузыкально-педагогическое образование в целостной национально-региональной образовательной системе. Уфа, 2008;
- Этнопедагогика: методология и технологии этномузыкального и этнохудожественного образования. Уфа, 2009 (авторҙ.);
- Экспериментальная площадка в школе: организация, деятельность, перспективы. Уфа, 2011 (авторҙ.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995);
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004);
- Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының наградалары
- Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре;
- «Ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы» (маҡтаулы исеме);
- Атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре;
- Леонардо Да Винчи исемендәге миҙал[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер Өфө ҡалаһы составында.
- ↑ хәҙер Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
- ↑ хәҙер Мәғарифты үҫтереү институты
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы
- ↑ 5,0 5,1 Известные учёные / Кашапова Ляля Мухаметдиновна
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кашапова Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 август 2022)
- Известные учёные / Кашапова Ляля Мухаметдиновна