Качуевская Наталья Александровна

Качуевская Наталья Александровна (192220 ноябрь 1942) — 105-се гвардия уҡсылар полкы санинструкторы (34-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 28-се армия, Сталинград фронты), гвардия ҡыҙылармеецы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (үлгәндән һуң).

Качуевская Наталья Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Мәскәү, Мәскәү губернаһы[d]
Вафат булған көнө 20 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Хулхута[d], Яшкульский район[d], Калмыцкая АССР[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Наталья Александровна Качуевская 1922 йылда Мәскәүҙә дүрт балалы Спирова Александра Леонидовна (1901—1998) һәм Александр Израилевич. Лебединскийҙың ғаиләһендә тыуған[1]. Әсәһе Дондағы Ростовтан, үҙенең оҙайлы артист тормошонда барлыҡ классик оперетталарҙың төп ролдәрен башҡарған[2], ҡыҙы тураһында «Наташа» документаль повесы, (1970) һәм үлгәндән һуң баҫылып сыҡҡан «Принцесса Брамбилла и поэт» (2013) китабы авторы. Әсәһенең ике һеңлеһе — шулай уҡ актрисалар (айырыуса Камера тетары актрисаһы Леонидовна Миклашевская Августа билдәле, уға Сергей Есенин үҙенең «Исповедь хулигана» циклын бағышлай.

Фридрих Энгельс исемендәге 85-се урта мәктәптә уҡый. Мәктәпте тик яҡшы билдәләренә тамамлай һәм ГИТИС-тың актерлыҡ факультетына уҡырға инә (СССР-ҙың халыҡ артисы М. М. Тарханов курсы).

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул икенсе курс студенты була. 1941 йылда бер фронтҡасығыусы бер концерт бригадаһын етәкләй. 1942 йылда, санинструктор курсын тамамлап, үҙ теләге менән фронтҡа китә, 105-се гвардия уҡсылар полкының санинструктор була. Госпиталдә оккупацияланған Белоруссия биләмәһендә эш итеүсе дауаланып ятҡан партизан отряды командиры Павел Качуевский менән таныша. Дошман тылына уны оҙатыр алдынан, ә ул Сталинград фронтына китер алдынан, улар өйләнешә. Наташа иренең фамилияһын ала.

Дзержинский исемендәге партизандар отряды командиры («Икенсе») Павел Качуевский 1942 йылдың 4 июлендә партизандарҙың немец автоколоннаһы һөжүм ваҡытында һәләк була (Белоруссияның Гомель өлкәһе Кормянский районының Кляпин ауылы янында ерләнә).

Батырлығы

үҙгәртергә

1942 йылдың 20 ноябрендә Хулхута ҡасабаһынан көньяҡтараҡ 28-се армияның һөжүме барышында, беҙҙең ғәскәрҙәрҙе йырып үтеүсе гитлер автоматсылары менән тигеҙһеҙ һуғыш ваҡытында, Качуевская Наталья егерме яралы һалдаттың ғүмерен ҡотҡара. Яралылар булған йырынды дошмандар уратып алғас, ул тигеҙ булмаған алыш ҡабул итә. Һуңғы гранатаны үҙе менән бергә яҡын килеүсе фашистарҙы шартлата. Был алышта һәләк була. Хулхута ауылынан алыҫ түгел, калмыҡ далаһында Һәләк булған урынында ерләнә.

Һуңыраҡ Наталья Качуевскаяның кәүҙәһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 593 яугир ерләнгән туғандар ҡәберенә күсереп ерләнә.

1997 йылдың 12 майында Рәсәй Федерацияһы Президентының 472-се Указы менән «немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Качуевская Натальяға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә.

  • 1960 йылда Наташа Качуевская исеме менән Мәскәүҙә ул фронтҡа тиклем йәшәгән урам атала. 1994 йылда урамдарға элекке исемдәрен ҡайтарыула, ә 2005 йылда Наташа Качуевская исемен Мәскәүҙең Косино-Ухтомский районындағы бәләкәй исемһеҙ урам атала.
  • Уның һәләк булған урынында Хулхута ауылында һәйкәл ҡуйылған[3].
  • 1972 йылда Качуевская Наталья хөрмәтенә кесе 2015 Kachuevskaya планетаһы аталған
  • Уның исеме Мәскәү, Әстерхан һәм Волгоград урамдарына бирелә.
  • Наташа Качуевская һәйкәле Мәскәүҙең 1239-се мәктәбе ихатаһында (элекке 20-се) Качуевская һәйкәле тора. 70-90 йылдарҙа мәктәптә Качуевская музейы эшләгән. Наталья Качуевская исемен пионер дружинаһы йөрөткән. Пионерҙар уның исеме менән ант иткәндәр, ә Натальяның әсәһе мәктәпкә сараларға килеп йөрөгән.
  • Баш ҡаланың Измайлово паркында уға һәйкәл ҡуйылған.
  • Ҡалмыҡстандың Яшкуль районы үҙәгендә һәләк булған 28-се армия яугирҙәре ҡәберендә мәрмәр мемориал плитала уның исеме уйып яҙылған. 1961 йылдабыл ҡәбергә уның кәүҙәһе күсереп ерләнә[4].
  • Волгоградта Мамай ҡурғанында Геройҙар Таҡтаһында шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Геройы Н.А.Качуевскаяның исеме яҙылған.
  • Звенигородта «Поречье» балалар һауыҡтырыу лагерында —Качуевская Наталья һәйкәле менән хәтер линейкаһы, һуғышҡа тиклем унда вожатый булып эшләй.
  • Санинструктор Наталья Качуевскаяның ғүмеренең һуңғы минуттары хаҡында И.А.Пензовтың «Подвиг комсомолки Наташи Качуевской» (1971) һәм Наташаның синыфташы И.И. Балдинаның «Героиня Сталинградской битвы Наташа Качуевская» (1984) картиналары һөйләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Яшкульский район Калмыкия
  2. В 1930-е годы работала в Томском театре музыкальной комедии.
  3. Г. И. Токтосумова. Навечно в камне. Путеводитель. Элиста, Калмыцкое кн. изд-во, 1980. стр.8-9
  4. Г. Кукарека. Наташина роща: [О подвиге Наташи Качуевской] // газета «Известия Калмыкии». — 1992. — 20 ноября (№ 218). — С. 3.
  • Загрязкина Н. Н. Наташа Качуевская // Пионерские вожатые Москвы 1941-1945 годы. — М.: Классикс Стиль, 2005. — 95 с. — ISBN 5-88149-206-4.
  • Астраханцы — Герои Советского Союза. Астрахань, 2000.
  • Письма с фронта. Наташа Качуевская // ... Сражалась за родину: письма и документы героинь Великой Отечественной войны / сост. И. Н Минаева, Б. П Тихомиров; соавт. Л. Чижова. — М.: Мысль, 1964. — 367 с.
  • Н. Кондакова (Лымарь). Александра Леонидовна Спирова — Горячие строки // Мужество, отвага и... любовь. Сборник. — М.: Палея, 1997.
  • Качуевская, Наталья Александровна (1922—1942), студентка Московского института театрального искусства им. А. В. Луначарского, участница Великой Отечественной войны. ЦМВС, 50 ед. хр., 1941—1942.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Качуевская Наталья Александровна. «Герои страны» сайты.