Кацхи ҡорамы
Ҡотҡарыусы Раштыуаһы ҡорамы Грузияла Чиатура муниципалитетының Кацхи ауылында Качура йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.
Кацхи ҡорамы | |
Нигеҙләү датаһы | XI быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Чиатурский муниципалитет[d][1] һәм Katskhi[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d][1] |
Указания, как добраться | კაცხი[1] |
Кацхи ҡорамы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәКацхи ҡибәҙәтханаһы төрлө ваҡыттарҙа феодал йорттарының нәҫелдән килгән сиркәүе һәм кәшәнәһе булған. Унда бөйөк грузин феодалы Липарит IV ерләнгән. Баграт IV янында хеҙмәт иткән (1064 йылда вафат булған). Давид Агмашенебели еңелеп Грузиянан ҡыуылғандан һуң, Кацхи сиркәүе ташландыҡ хәлдә ҡала. XVI быуатта яңы хужа Амирэджиби сиркәүҙе тергеҙә. XVII - XVIII быуаттарҙа Кацхи Абашидзеларҙың нәҫелдән килгән бинаһы була.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКацхи ҡорамының беренсе тасуирламаһы 1830 йылда Дубуа де Монпере һәм 1845 йылда Платон Иоселианиға ҡарай. Ҡорам тирәләй бейек йүкәләр үҫкән. 1032 йылда грузин батшаһы Баграт IV һәм уның ҡатыны Елена тарафынан төҙөлгән.
Ғибәҙәтханала дүрт миһраб була, беренсе үҙәк миһраб Ҡотҡарыусының Күккә күтәрелеүенә, икенсе — изге Николай, өсөнсөһө — Архангел Михаил һәм дүртенсеһе Христос Раштыуаһы Богородицаһына арналған.
1838 йылға тиклем соборҙың башлығы булып епископ Гурийский Эквтиме тора. Ҡалған мәғлүмәттәр Абашидзеларҙың нәҫелдән килгән архивында тупланған.
Архитектураһы
үҙгәртергәҒибәҙәтхана XI быуат башында төҙөлгән. Уның төп өлөшө 1010—1014 йылдарҙа төҙөлгән, һәм 30 йылдан һуң өс яҡтан тағы төҙөлә. Бина биш мөйөшлө ҡойма менән уратып алына (1937 йылда үҙгәртеп төҙөлә). Сиркәү иҫке манараға эйә була, ул ҡапҡа функцияһын башҡара. Кацхи соборы грузин архитектураһының үҙенсәлекле ҡомартҡыһы. Бина өс өлөштән: арауыҡтан, ҡорам бинаһы һәм көмбәҙҙән тора. Ҡорам бинаһы һәм көмбәҙ үҙәге алты апсиданан тора. Эске планировкаһы түңәрәк, ҡорамда ун ике тәҙрә.
Ҡорам ихатаһында арыҫландың ҙур барельефын күрергә мөмкин, ул 1854 йылда стенаға беркетеп эшләнгән. Инеү урындарының өҫтәрендә барельефтар урынлашҡан (башлыса арыҫлан һүрәттәре). Ғибәҙәтхананың бөтә барельефтарында ла яҙыуҙар бар.
Ҡорам иконостасы фрагменттары Дәүләт художество музейында һаҡлана.
Ҡорам хазинаһы
үҙгәртергә-
Кацхи сиркәүе тамғаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- ვ. წერეთელი, ჟამი შენებისა, ქუთაისი 2010 წ.
- ბერიძე ვ. „კაცხის ტაძარი“, „ქართული ხელოვნება“ N3 გვ. 73 — თბილისი, 1950
Интернет ресурстары
үҙгәртергәკაცხის ტაძარი Викимилектә |
- კაცხის სვეტი და ეკლესია - ვ. ბერიძე
- კაცხის მაცხოვრის შობის სახელობის ტაძარი 2016 йыл 4 март архивланған.
- კაცხის ტაძარი(недоступная ссылка)
- Кацхский храм в Имеретии - პ. იოსელიანი