Катарина Шведская
Екатерина Шведская (Швеция принцессаһы Катарина) (швед. Katarina av Sverige, йәки швед. Katarina Karlsdotter Vasa; 10 ноябрь 1584 йыл, Нючепинг — 13 декабрь 1638 йыл, Вестерос) — швед Ваза династияһы принцессаһы, кейәүҙә Пфальц-Цвейбрюккен герцогиняһы, үҙенең өс туған энеһе Иоганн Казимир Пфальц-Цвейбрюкен-Клеебургтың ҡатыны.
Катарина Шведская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция[1] |
Тыуған көнө | 10 ноябрь 1584[2] |
Тыуған урыны | Замок Нючёпинга[d], Нючёпинг[d], Сёдерманланд[d], Швеция[2] |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 1638[2] (54 йәш) |
Вафат булған урыны | Вестерос[d], Вестманланд[d], Швеция[2] |
Ерләнгән урыны | Стренгнес[d] |
Атаһы | Карл IX[d][2] |
Әсәһе | Анна Мария Пфальцская[d][2] |
Бер туғандары | Мария Елизавета Шведская[d], Карл Филипп[d], Юлленъельм, Карл Карлссон[d] һәм Густав II Адольф[d] |
Хәләл ефете | Иоганн Казимир Пфальц-Цвейбрюкенский[d][2] |
Балалары | Карл X Густав[d], Мария Ефросинья Пфальц-Цвейбрюкен-Клеебургская[d][3], Адольф Иоганн I Цвейбрюккенский[d], Кристина Магдалена Пфальц-Цвейбрюкен-Клеебургская[d] һәм Элеонора Екатерина Пфальц-Цвейбрюкен-Клеебургская[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Изображается на | Katarina, 1584-1638, prinsessa av Sverige, pfalzgrevinna av Zweibrücken[d] |
Катарина Шведская Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҒүмеренең тәүге осоро
үҙгәртергәЕкатерина швед короле Карл IX һәм уның беренсе ҡатыны Мария Анна Пфальцтың ҡыҙы. Уның ата-әсәһе ғаиләһенең мөнәсәбәттәрен «уның атаһы — аҡыл һәм хакимлыҡ һәм уның әсәһе — баҫалҡылыҡ һәм тыныслыҡтың бәхетле союзы» тип атайҙар. 1589 йылда әсәһе вафат була, ҡыҙ тәрбиә биреү йәһәтенән немец фрейлинаһы Ефросиния Хельдина фон Диффенау ҡулына тапшырыла. Һуңғараҡ Екатерина уны бик йылы иҫкә ала. 1592 йылда уның атаһы Кристина Гольштейн-Готторпҡа өйләнә . Бар мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙ менән үгәй әсә араһында һәм бигерәк тә ҡустыһы, буласаҡ король Густав-Адольф араларында яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә.
Принцесса Екатерина үҙ заманы өсөн һуң ғына кейәүгә сыға. Швеция тәхетенә вариҫ булһа ла, уның халыҡ-ара статусы никах баҙарында Швецияла булған сәйәси хәлдәр арҡаһында (уның атаһы тәхетте үҙ туғаны Сигизмундтан тартып алғанлыҡтан) түбән була. Уның атаһы менән әсәһе аораһында ла никах сәйәси союз булараҡ, шулай уҡ Германияның Габсбургтарға ҡаршы сәйәси партия итеп ҡорола, был үҙ сиратында король Генрих IV менән француз һәм француз гугеноттары менән союз булып торған була. 1599-1600 йылдарҙа принц протестант француз принцы Генрих, герцог де Роган (француз гугеноттары лидеры) менән никахлашыу планы төҙөлә, 1603 йылда Генрих әммә икенсегә өйләнә. Үгәй әсәһе, тол королева Кристина, Бремен архиепискобы Казимир ярҙамы менән Екатерина һәм уның йыраҡ туғаны Иоганн Пфальц-Цвейбрюкен менән никахлаша. Иоганн Казимир сағыштырмаса бай бай булмаһа ла ул Швеция өсөн ныҡ баһалы булған Германия менән тығыҙ бәйләнеш тота (граф Аксель Оксеншерн был никахҡа ҡаршы сыға). 1615 йылдың 11 июнендә туй Стокгольмда үтә. Екатерина булды, ата-әсәләр теләге буйынса һәм «швед принцессаһы бирнәһе тураһында законға»ярашлы иң бай кәләштәрҙең береһе була. Швецияла иҡтисади хәлдең бик көсөргәнешле булыуы арҡаһында Екатерина, кейәүгә сыҡҡанының тәүге йылдарында үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн Швецияла тороп ҡала. 1618 йылдың ғинуарында ғына ул Германияға китә. Шунда йәш парға резиденция сифатында Төньяҡ Эльзастағы Клебург замогы тапшырыла. Бер йылдан һуң Иоганн Казимир Яңырыу дәүере стилендә Катариненбург һарайын яңы резиденция итеп төҙөй башлай. 1620 йылда Утыҙ йыллыҡ һуғышта Екатерина Страсбургҡа ире менән ҡасырға мәжбүр була.
Швецияға ҡайтыуы
үҙгәртергә1622 йылда уның ағаһы, король Густав Адольф, Екатеринаның ғаиләһе менән бергә Швецияға ҡайтыуын һорай. Үҙенең ҡустыһы үлгәндән һуң, швед тәхет вариҫтары булмау сәбәпле, монарх уны Утыҙ йыллыҡ һуғыш хәтәренән ҡотҡарыу өсөн эшләй. 1622 йылдың июнендә Екатерина ғаиләһе менән Швецияға ҡайта һәм бында улы Карлды таба, шулай итеп уның позициялары нығытыла. Швецияла Екатерина һәм уның иренә Стегеборг|Стегеборг|en|Stegeborg Castle}} (инг.)баш.замогы һәм графлығы бирнәһенең бер өлөшө сифатында тапшырыла. Екатерина һәм Иоганн Казимир Стегеборгта король кеүек бай йәшәй. Екатерина һарайында 60 фрейлина һәм статс-ханым була. Екатерина биләмәләре менән әүҙем идара итә, 1626 йылда Стегеборг уның шәхси фонды итеп беркетеүсе указ сығарыла.
Екатерина ағаһы король Густав Адольф менән бик яҡшы мөнәсәбәттә була, король уны төрлө мәсьәләләр буйынса консультацияларға саҡыра. Үҙ сәфәре ваҡытында ҡатыны королева Мария Элеонора менән Екатеринанан ил менән идара иттерә. Екатерина король алдында үҙенең исемен ҡараларға тырышҡан ҡайһы бер аҡһөйәктәр вәкилдәре менән судлаша, ләкин үҙе интригалар оҫтаһы булғанлыҡтан, яла яғыуҙарҙан өҫтөн ҡала. Бранденбург һәм Пфальц династиялары менән яҡшы мөнәсәбәттә тора, улар менән хат алыша. 1631 йылда Екатеринаға уның туғаны принцесса Кристинаны, тәхет вариҫын, Германия короле Утыҙ йыллыҡ һуғышта ҡатнашҡан саҡта, уның янында булған королева рөхсәте менән тәрбиәгә бирәләр. Мария Элеонора Швецияға 1632 йылда Густав Адольф вафат булғас ҡына ҡайтҡансы, Кристина Екатерина ҡулында була. Король Густав Адольф үлгәндән һуң, Екатерина һәм уның ире араһында королева Кристинаның опекуны менән Стеборгтың милке һәм хоҡуғы тураһында конфликт барлыҡҡа килә. Шул саҡта Иоганн Казимир король советы ҡарарын боҙа һәм ҡатыны менән Стегеборгтан 1633 йылда сығып китә.
Екатерина сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмай һәм дәүләт эштәрендә ҡатнашмай. 1636 йылда, тол королева оло йәштә булғанлыҡтан, опекун хоҡуғына дәғүә итә алмай һәм йәш монархтың опекуны хоҡуғынан мәхрүм ителә. Королдең рәсми тәрбиәсеһе һәм опекуны-тәрбиәгә алыусы әсәһе итеп Екатерина граф Аксель Оксеншерна тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә. Екатерина был эште ныҡ ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡабул итә, сөнки ул Екатеринаның Элеонора Мария менән мөнәсәбәттәрен боҙа. Кристина Екатеринала тәрбиәләнеү йылдарын иң бәхетле йылдары итеп һанай. Екатерина Швеция король йорто ағзаһы һәм буласаҡ монархты тәрбиәгә алған әсәй сифатында ҙур популярлыҡ менән файҙалана ,әммә был бер нисек тә Иоганн Казимирҙың тормошона ҡағылмай. Иоганн Казимир үҙен бик һаҡ тота, сөнки регент ҡатыны Екатерина менән үҙе араһындағы айырманы ныҡ һиҙә. Мәҫәлән, 1633 йылғы парламент асыу ваҡытындағы процессияла Екатерина король советы теләге буйынса королева Кристина менән йәнәш барырға тейеш юулһа, Иоганн Казимирға был церемонияны бары тик тәҙрәнән ҡарап торорға ғына рөхсәт ителә.
Екатерина, король һарайының чума эпидемияһы ваҡытында Стокгольмдан ҡасып Вестеросҡа килгәс, вафат була. Швецияның беренсе министры граф А. Оксенштерен «был аҫыл принцессаның ваҡытһыҙ үлемен күргәнсе, үҙ әсәйемде ике тапҡыр ерләргә риза булыр инем»-тип әйткән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә1615 йылдың 11 июнендә Екатерина Иоганн пфальцграф Иоганн Казимир Пфальц-Цвейбрюкен-Клеебургскийға кейәүгә сыға. Уларҙың балаларының бишеһе сабый сағында иҫән ҡалған :
- Кристина Магдалена (1616—1662); ире — VI Фридрих (Баден-Дурлахтың маркграфы). Швеция короле Фредерик Адольф уның бүләһе була.
- X Карл Густав, Швеция королге (1622—1660)
- Мария Ефросинья (г. 1625—1687); ире — граф Магнус Габриэль де ла Гарди
- Элеонора Екатерина (г. 1626—1692); ире — Гессен-Эшвеге ландграфы Фридрих
- Адольф Иоанн I, Пфальц-Клеебург графы(1629—1689)
Уның улынан һуң бөтә Швеция королдәре, ошо өсәүҙән (I Фредрик, I Оскар һәм Карл Юхан XIV) башҡа, уның нәҫеле.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2012.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Katarina (швед.) — 1917.
- ↑ Lundy D. R. Catherine Vasa // The Peerage (ингл.)