Карнаухова-Хәсәнова Эльмира Рәмил ҡыҙы

Карнаухова-Хәсәнова Эльмира Рәмил ҡыҙы (10 июль 1985 йыл) — Рәсәй шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер (2007), Башҡортостандан шахмат буйынса икенсе гроссмейстер (беренсеһе — Денис Хисмәтуллин).

Эльмира Карнаухова
Исеме

Эльмира Хәсәнова

Тыуған көнө

10 июль 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (38 йәш)

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге
  • Шахмат буйынса халыҡ-ара гроссмейстер
  • Рәсәйҙең спорт мастеры
Тормош иптәше

Олег Карнаухов

Наградалары һәм премиялары
  • 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса донъя вице-чемпионкаһы.
  • Европа һәм донъя чемпионаттарының күп тапҡырҙар призеры.
  • 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы (2002).
  • Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Рәсәй кубогының III этабы еңеүсеһе (Һатҡы ҡалаһы, 2012).

Биографияһы үҙгәртергә

Эльмира Рәмил ҡыҙы Карнаухова (Хәсәнова) 1985 йылдың 10 июлендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 4,5 йәшлек сағында шахмат уйнай башлай. Ҡыҙының һәләтен үҫтереүгә әсәһе бар яҡлап ярҙам итә.

Спорт карьераһы үҙгәртергә

  • 9 йәшендә тәүге ҙур уңыш ҡаҙана: Төмәндә үткән шахмат буйынса Урал беренселегендә еңеүсе була;
  • Күп тапҡырҙар Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы чемпионы;
  • Бөтөн шахмат регалияларын яулай: ФИДЕ мастеры, Рәсәйҙең спорт мастеры, халыҡ-ара мастер (2001), халыҡ-ара гроссмейстер (2008);
  • VI Бөтә Донъя балалар шахмат олимпиадаһы чемпионы (1998; Истанбул);
  • Европа чемпионаттарының бронза призеры (1999, 2000, 2003);
  • 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы (2002) һ. б.;
  • 1999 йылда Испанияла донъя чемпионатында вице-чемпион Эльмира Карнаухова үҙенең барлыҡ дәғүәселәрен еңеп, 11 мөмкинлектән 8,5 мәрәй йыйып Ҡытайҙың иң көслө шахматсыһы Се Жунды еңә;
  • Шулай уҡ ул 2005 йылда Венгрияла «Еlekes Memorial» Халыҡ-ара турнирында халыҡ-ара класлы мастерлыҡтың икенсе ирҙәр балын йыя;
  • Студенткалар араһында Шахмат буйынса III Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһы еңеүсеһе (Өфө, 2012);
  • Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Рәсәй кубогының III этабы еңеүсеһе (Һатҡы ҡалаһы, 2012);
  • Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса беренсе һәм берҙән-бер халыҡ-ара гроссмейстер;
  • Халыҡ-ара белгестәр фекеренсә, Эльмира универсаль стилгә, яҡшы тактик күреүгә, һоҡланғыс спортсы сифаттарына эйә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 2001 й. — Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса халыҡ-ара мастер.
  • 2002 й. — Рәсәйҙең спорт мастеры.
  • 2008 й. — Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса халыҡ-ара гроссмейстер.

Белеме үҙгәртергә

Ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәртергә

  • Ҙур теннис
  • Экстремаль спорт төрҙәре
  • Автомобилдәр
  • Сәйәхәт итеү

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә