Карандаш һәйкәле (Гомель)

Белоруссияның Гомель өлкәһе, Гомель ҡалаһында Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ артисы Михаил Николаевич Румянцев (сәхнә псевдонимы — Карандаш - Ҡәләм) һәйкәле.

2006

Һәйкәл
Карандаш һәйкәле
Клоун карандаш.jpg
Ил Белоруссия
Ҡала Гомель, Гомель өлкәһе
Координаталар 52.434168/N/31.008889/E
Скульптор Вячеслав Долгов
Төҙөлгән ваҡыты 2006 йыл
Материал бронза

Карандаш (Ҡәләм) һәйкәлеБелоруссияның Гомель өлкәһе Гомель ҡалаһында Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ артисы Михаил Николаевич Румянцев (сәхнә псевдонимы — Карандаш - Ҡәләм)[1] һәйкәле.

Тарихы һәм тасуирламаһыҮҙгәртергә

2006 йылдың 1 июнендә Гомель ҡалаһының Гомель дәүләт циркы бинаһы янында Клоун Карандаш (Ҡәләм) һәйкәле асылды [2][1]. Һәйкәл күренекле совет клоуны, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ артисы Михаил Николаевич Румянцевҡа [1]бағышланған. Михаил Николаевич Румянцев Гомель ҡалаһына йыш килгән һәм Гомель дәүләт циркында сығыш яһаған. Ул ошо ҡаланы яратҡан һәм Гомелдә йәшәүселәр уны һәр ваҡыт шатлыҡ менән ҡабул иткән, ә ул тамашасыларына һаманға тиклем Гомель дәүләт циркында һаҡланған башҡарма комитетҡа яҙған хаттарында рәхмәт әйткән.

Карандаш һәйкәле бронзанан ҡойолған композициянан ғибәрәт. Һәйкәл авторы скульптор Вячеслав Долгов композицияһын «Карандаш (Ҡәләм) һәм уның эте Клякса»[1] тип атаған. Композиция артист М. Н. Румянцевтың натураль буйы дәүмәлендә эшләнгән һәм бейек булмаған постаментҡа ҡуйылған. Ул клоун кейемендә, эшләпәле, таяғы һәм үҙенең эте, сәхнәләш партнёры, тапҡа оҡшаған ҡара төҫтә булғанлыҡтан, Клякса ҡушаматлы скотч-терьеры менән. Постамент тирәләй төндә лә яҡтыртылыусы светодиодный тротуар түшәлгән. Төрлө йылдарҙа Михаил Николаевич Румянцевтың 13 эте булған, ә 1930 йылдарҙа Клякса ҡушаматлы бәләкәй эте барлыҡҡа килгән.

Карандаш һәйкәлен асыу тантанаһына Румянцев Михаил Николаевичтың ейәнсәре Овенэ Гагиковна Румянцева саҡырылған. Ул был һәйкәл бөйөк олатаһы Михаил Николаевич Румянцевтың ысын буйын һынландырыусы һәм клоун Карандашты төгәл тергеҙеүсе беренсе һәйкәл, тип билдәләгән.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ҡалып:Изолированная статья