Капцов Валерий Александрович

совет һәм рәсәй ғалимы, хеҙмәт гигиенаһы өлкәһе белгесе

Капцов Валерий Александрович (13 ноябрь 1939 йыл — СССР һәм Рәсәй ғалимы, хеҙмәт гигиенаһы өлкәһе белгесе, РАМН ағза-корреспонденты (2004), РФА ағза-корреспонденты (2014).

Капцов Валерий Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 ноябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Ташкент[d]
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө гигиена труда[d]
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d], член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ВДНХ-ның бронза миҙалы Дуҫлыҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Валерий Александрович Капцов 1939 йылдың 13 ноябрендә Ташкентта тыуған

1968 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтының санитария-гигиена факультетын тамамлай.

1971 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, Мәскәү медицина стоматология институтының дөйөм гигиена кафедраһына ассистент итеп ебәрелә.

1975—1980 йылдарҙа — СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Медик-биологик проблемалары институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Ул бында йыһанға осош барышында медицина эксперименттарын тәьмин итеү һәм йыһанға осоу факторҙарының туҡыма оксигенизацияһына, микроциркуляцияға, тәм тойоу һәм ишетеү анализаторҙарына йоғонтоһо, үҙәк нервы системаһының үҙгәреше проблемаларын өйрәнә, шулай уҡ космонавтарҙы медицина тикшереүе аҫтында тотоуҙы камиллаштырыу ысулдары мәсьәләләре менән булыша.

1980—1993 йылдарҙа — медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт гигиенаһы лабораторияһының етәксеһе, артабан СССР МФА-ның Хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙарҙы ғилми-тикшеренеү институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары була (1988—1993 йылдарҙа).

1986 йылда — докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.

1993—2005 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй тимер юл гигиенаһын ғилми-тикшеренеү институтының директоры.

2004 йылда РАМН-ның ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2014 йыл — РФА ағза-корреспонденты.

Әлеге ваҡытта — Бөтә Рәсәй тимер юл гигиенаһын ғилми-тикшеренеү институтында кафедра мөдире, Сеченов университетының медик-профилактика гигиенаһы кафедраһында профессор.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Илдең хеҙмәт медицина өлкәһендәге белгесе.

Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше ― зарарлы сәнәғәт производствоһының төрлө тармаҡтарында эшләүсе кешеләрҙең хеҙмәт шарттарын һәм һаулығы торошон өйрәнеү.

500-гә яҡын эш авторы, 50-нән ашыу китап, ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы уның ҡатнашлығында һәм редакцияһы аҫтында әҙерләнгән.

Уның етәкселегендә 16 кандидатлыҡ һәм 9 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ ордены[1]
  • ВДНХ-ның бронза миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» билдәһе
  • «И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының Атҡаҙанған профессоры» маҡтаулы исеме.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президента Российской Федерации от 04.08.2000 № 1424. kremlin.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2019.
  2. Капцов Валерий Александрович. mma.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә