Каприяна монастыры
Кэприяна Изге-Успения Монастыры (Каприяна монастыры, рум. Mănăstirea Căpriana) — Молдованың православие сиркәүе монастыры.
Монастырь | |
Ил | Молдавия |
Ауыл | Кэприяна |
Конфессия | Православие |
Нигеҙләүсе | Александр Добрый |
Нигеҙләнгән | 1429 |
Каприяна монастыры Викимилектә |
Бессарабияның иң боронғо православие монастырҙарының береһе. Кодры урмандарында, Кишиневтан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1]. Баш ҡаланан күп һандағы осһоҙло транспорт (каприяна маршрутында барыу 17 лей тора[2] 2015 йыл 6 октябрь архивланған.) Кэприяна монастырын эске туризмдың иң популяр урындарының береһе итә.
Тарихы
үҙгәртергә- 1420 йылда тәүге тапҡыр был ерҙәрҙәге монастырь телгә алына.
- 1429 йыл. Монастырь Александр Добрый талабы буйынса хаким (господарь) монастыры булып китә. Был йыл монастырға нигеҙ һалынған йыл тип иҫәпләнә.
- 1545 йыл. Петр Рареш IV башлаған Троицк сиркәүен реконструкциялау бара.
- 1840 йыл. Ҡышҡы сиркәү төҙөлә.
- 1962 йыл. Монастырь ябыла һәм бөтә совет осоронда ташландыҡ хәлдә була.
- 1989 йыл. Монастырь яңынан асыла.
- 2002—2005 йылдар. Реставрациялана.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәКаприяна монастырында митрополит Гавриил (Бэнулеску-Бодони) ерләнгән.
Галерея
үҙгәртергә-
Успения сиркәүе
-
Монастырь эсендә
-
«Ҡышҡы сиркәү»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Mănăstirea Căpriana» 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Бессарабия һәм Молдавия монастырҙары