Канонников тауы
Канонников тауы (урыҫса: Канонников (гора)) — Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, ботаника йүнәлешендәге дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]
Канонников тауы | |
---|---|
урыҫ Канонникова гора | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 125 |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 2003 |
Урынлашыуы | |
51°59′55″ с. ш. 56°45′52″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәБашҡортостандың Ейәнсура районында урынлашҡан фәнни һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә булған был тәбиғәт ҡомартҡыһы 2003 йылдың июнендә ойошторола. Дөйөм майҙаны 125 гектарға етә. Һаҡлана торған төп объекттар түбәндәгеләр: эверсман ҡаҙ үләне, урыҫ сыбар сәскәһе, биберштейн тюльпаны, шулай уҡ йәнлектәрҙән һыуыр-байбаҡ. Әлеге көнгә тиклем бында үҙенсәлеген юғалтмаған һәм төрлө ҡырағай йәнлектәргә бай булған дала мөхите хөкөм һөрә[1].
Биләмә Түбәнге Аҡбирҙе ауылынан 1 км алыҫлыҡта ята. Эзбиз таштарынан хасил булған һыртҡа оҡшаш арҡа. Абсолют бейеклеге — 402,4 метр, Аҡбирҙе йылғаһы кимәленә ҡарата бейеклеге — 180 метр. Бында, нигеҙҙә, дала үҫемлектәре киң таралған. Һырттарын ҡатнаш киң япраҡлы урман ҡаплаған, тау битләүҙәрен Көньяҡ Уралдың эндемигы эверсман ҡаҙ үләне, Ҡаҙағстан тәбиғәтенә хас ваҡ сопочник үләне үҫә. Ошонда уҡ Коржинский ҡылғаны, матур ҡылған, энәле ҡәнәфер һәм башҡа дала үҫемлектәре осрай[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Канонников тауы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Постановление кабинета Министров Республики Башкортостан от 26.02.1999 № 48.
Об утверждении положений об особо охраняемых природных территориях в Республике Башкортостан 26.02.1999 48.
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 19.06.2003 №146
Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы республиканского значения 19.06.2003 146
- Канонников тауы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Гора Канонникова . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).