Кандинская Нина Николаевна

Василий Кандинскийҙың икенсе ҡатыны

Нина Николаевна Кандинская (ҡыҙ фамилияһы Андреевская, тыу. 1896 йыл тирәһе, Рәсәй империяһы — 2 сентябрь 1980, Гштад, Берн катоны, Швейцария) — рәссам-абстракционист һәм сәнғәт теоретигы Василий Кандинскийҙың икенсе ҡатыны. Уның вафатынан һуң — мираҫ хужаһы, иренең ижады әүҙем пропагандалаусы.

Кандинская Нина Николаевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған көнө 1899[2]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 сентябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][4]
Вафат булған урыны Гштад[d], Занен[d], Берн[d], Швейцария
Ерләнгән урыны Neuilly-sur-Seine New Communal Cemetery[d]
Хәләл ефете Кандинский Василий Васильевич
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре
Эшмәкәрлек төрө живопись[5]
Әүҙемлек урыны Веймар[5]
Архивы хранятся в Bibliothèque Kandinsky[d][6]
 Кандинская Нина Николаевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
В. Кандинский. Таныш булмаған тауыш. 1916

Нина Андреевская ғүмере буйы үҙенең тыуған көнөн йәшерә. Нина Николаевнаны шәхсән белгән сәнғәт тарихсыһы Аннегрет Хоберг[de] (2008) белдереүенсә, Кандинский менән танышҡан мәлдә, 1916 йылда, уға егерме йәш була. Нина Николаевнаның һүҙҙәре буйынса ул — урыҫ генералы ҡыҙы.

Үҙенән байтаҡҡа өлкән булған Кандинский менән Нина Андреевская Мәскәүҙә таныша. Нина үҙенең хәтирәләрендә, «Таныш булмаған тауыш» картинаһын Кандинский уның менән 1916 йылда телефон аша һөйләшеүҙән һуң тыуған кисерештәр аҫтында яҙа, тип раҫлай. Беренсе донъя һуғышы башланғас, рәссам, һөйгәне Габриеле Мюнтерҙан айырылып, Германиянан Рәсәйгә ҡайта. Беренсе ҡатыны Анна Чемякина менән ул 1911 йылда айырыла. Нина менән Василий 1917 йылдың февралендә өйләнешә. Туйҙан һуң тәүге айҙарын улар Финляндияла үткәрә. Нина Кандинский менән бергә быялаға һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә. Берҙән-бер Всеволод исемле улдары 1917 йылда тыуа һәм 1920 йылда вафат була.

1921 йыл аҙағында Кандинский Вальтер Гропиустан Веймар ҡалаһындағы художество уҡыу йорто Баухаусҡа уҡытыусы булып килергә саҡырыу ала. Совет хөкүмәтенән сит илгә сығыу тураһында рөхсәт алғас, ирле-ҡаьтынлы Кандинскийҙар 1921 йылдың 24 декабрендә Берлин ҡалаһына килә[7]. 1922 йылдың июнендә улар Веймар ҡалаһына күсенә, унда Кандинский Баухауста уҡыта башлай. Баухаус Дессауға күскәндән һуң Кандинскийҙар Пауль Клее ғаиләһе менән бер йортта йәшәй.

Баухаус ябылғандан һуң (1932) Кандинскийҙар Людвиг ван дер Рое менән бергә Берлинға китә. 1933 йылда власҡа национал-социалистар килгәндән һуң Кандинскийҙар ғаиләһе Францияға күсенә һәм 1934 йылдан Нейи-сюр-Сенда йәшәй, шул ваҡытта Баухаустың башҡа хеҙмәткәрҙәренә Германиянан китергә ярҙам итеҫргә тырышалар. 1939 йылда уларға Франция гражданлығы бирелә. Францияны Германия баҫып алған ваҡытта Кандинскийҙар Пиреней тауҙарында урынлашҡан Котра ҡалаһына күсенә, ә август аҙағында Парижға ҡайталар. Вариан Фрай Кандинскийҙарға Марсель аша АҠШ-ҡа күсенергә тәҡдим итә, әммә улар Францияла ҡалыуҙы хуп күрә[8][9].

Василий Кандинский, Нинаны берҙән-бер вариҫы итеп ҡалдырып, 1944 йылда вафат була. Кандинскийҙың картиналар күргәҙмәләренең күп өлөшөн Нина ойоштора[10]. 1946 йылда йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн Кандинский премияһын булдыра, 1961 йылға ул тиклем был премия тапшырылып килә. Жюри составын билдәләгәндә һәм бүләкләү тантанаһы барышына Нина Кандинскаяның йоғонтоһо ҙур була. 1950-се йылдарҙа Кандинский әҫәрҙәренә йылдан-йыл хаҡтар артҡанда, Нина, иренең картиналарын һатып, үҙенә етеш тормош тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта Кандинская ире 1915 йылда Мюнхендә ҡалдырып киткән эштәрен Мюнтерға тапшырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. 1957 йылда Мюнтер менән Кандинская араһындағы килешеү рәсмиләштерелә[11].

1959 йылда Лотар-Гюнтер Буххаймдың үҙәк фигура Василий Кандинский булған «Күк һыбайлы» тураһындағы «Der „Reiter Blaue“ die und „Neue Künstlervereinigung München“» китабы донъя күрә. Нина Кандинская был китап өҫтөндә эште хуплап күҙәтә, шул иҫәптән китапҡа ҡуйыласаҡ картиналар иллюстрацияларына етди иғтибар бүлә[12][13]. Ләкин китапта Василий Кандинскийға кейәүгә сығасағына ышанған Габриель Мюнтер менән рәссам араһындағы мөнәсәбәттәргә ҙур урын бүленгәнгә күрә (Буххайм Мюнтер биографияһынан цитаталар килтерә), Кандинская был китаптың таралыуына ҡамасауларға тырыша. Матбуғатта был бәхәскә «Тол ҡатын ләғнәте» тигән исем бирелә. Кандинская, вариҫлыҡ хоҡуғынан файҙаланып, Германияның Федераль юғары судына тиклем барып етә һәм иренең 69 картинаһы репродукцияларының законһыҙ рәүештә китапҡа ҡуйылыуын иҫбатлай. Китап 1973 йылда суд ҡарары менән юҡ ителә, ә Буххайм зыянды ҡаплатырға тейеш була[14]. Кандинская Буххайм менән бәхәстә уның яҡлы булмаған осраҡта иренең картиналарын Германияға күргәҙмәгә бирмәйәсәге тураһында белдерә[15].

1976 йылда «Kandinsky und ich» («Кандинскийҙәрҙең һәм мин») тигән исем аҫтында Нина Кандинскаяның мемуарҙары баҫылып сыға, китап Кандинскаяның аудиояҙмала һаҡланған хәтирәләренә нигеҙләнеп Вернер Крюгер эшкәртеүендә яҙыла.

1980 йылдың 2 сентябрендә Нина Кандинская Гштадтағы йәйге йортонда үлтерелгән килеш табыла. Үлтереүсе Кандинскийҙың был йортта һаҡланған картиналарына теймәгән, тик Нинаның затлы биҙәүестәрен генә алған. Нина Кандинская Нейи-сюр-Сен зыяратында ире менән бер ҡәбергә ерләнә. Ҡәбер ташына Кандинскаяның тормош даталары яҙылмаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118559729 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. 5,0 5,1 Kandinsky, Nina // Чешская национальная авторитетная база данных
  6. http://archivesetdocumentation.centrepompidou.fr/ead.html?id=FRM5050-X0031_0000122
  7. Will Grohmann: Wassily Kandinsky: Leben und Werk. DuMont Schauberg, Köln 1958, S. 171
  8. https://www.dhm.de/lemo/biografie/wassily-kandinsky
  9. Fabrice Hergott: Wassily Kandinsky — Leben und Werk, in: Götz Adriani: Kandinsky: Hauptwerke aus dem Centre Georges Pompidou Paris; Kunsthalle Tübingen, 2. April bis 27. Juni 1999. DuMont, Köln 1999, S. 8-28
  10. Eckhard Neumann: Bauhaus und Bauhäusler, 1996, S. 232 f.
  11. Klaus von Beyme: Das Zeitalter der Avantgarden: Kunst und Gesellschaft 1905—1955. Beck, München 2005, S. 145 f.
  12. Der Spiegel 13/1960
  13. Die Zeit, 30. Juli 1971
  14. Die Zeit, 30. Juli 1971
  15. Die Zeit, 30. Juli 1971