Канаев Яков Иванович
Канаев Яков Иванович (25 октябрь 1925 йыл — 8 июнь 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы., юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәре кандидаты (1967), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены каваалеры (1984).
Канаев Яков Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 октябрь 1925 |
Тыуған урыны | Силәбе өлкәһе |
Вафат булған көнө | 8 июнь 2010 (84 йәш) |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәнәғәтле ҡалалар архитектура экологияһының фәнни-методик проблемалары белгесе. 60-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән бер нисә уҡыу әсбабы авторы.
Биографияһы
үҙгәртергәЯков Иванович Канаев 1925 йылдың 25 октябрендә Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Браиловский станицаһында (хәҙер Браиловский ҡасабаһы) тыуған. 1930 йылдан ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй.
1948 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МТМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса тамамлай. 1967 йылда Ленинград инженер-төҙөлөш институтында «Бер секциялы күп ҡатлы йорттар» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]. Канаевҡа профессор ғилми дәрәжәһе 1995 йылда бирелә.
МТМИ-ның төҙөлөш факультетын тамамлағас, 1956 йылға тиклем Пермь өлкәһенең Гремячинск ҡалаһында «Гремячинскуголь» тресында эшләй: инженер, өлкән инженер, капиталь төҙөлөш тресы идарасыһы урынбаҫары була. 1956 йылдан алып туған институтында ғилми-уҡытыуу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: доцент, архитектура кафедраһы мөдире, төҙөлөш факультеты деканы (1964—1978), профессор. 1978—1988 йылдарҙа Канаев ситтән тороп уҡыу факультетының деканы, һуңынан архитектура-төҙөлөш проектлау кафедраһының профессоры. Төҙөлөш һөнәрҙәре буйынса Диссертация Советы ағзаһы, 1985 йылдан 2006 йылға тиклем Магнитогорск дәүләт техник университеты Методик Советы рәйесе урынбаҫары була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: 1964—1976 йылдарҙа КПСС-тың Магнитогорск ҡала комитеты ҡарамағындағы ғилми-техник советтың төҙөлөш бүлеге менән етәкселек итә. Был бүлек ҡала предприятиеларының фәнни-техник үҫеше буйынса тәҡдимдәр эшләй. Магнитогорск ҡалаһы Ленин район Советы халыҡ депутаты итеп һайлана. Территориаль депутаттар төркөмө етәксеһе (төҙөкләндереү мәсьәләләре менән шөғөлләнә) була, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса район комиссияһында эшләй.
Яков Иванович Канаев 2010 йылдың 8 июнендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999)[2].
- «Почёт Билдәһе» ордены (1984) һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.