Каланов Рим Ғариф улы
Каланов Рим Ғариф улы (20 июль 1955 йыл) — ғалим-хирург, онколог. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005)[1].
Каланов Рим Ғариф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 20 июль 1955 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, хирург, университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРим Ғариф улы Каланов 1955 йылдың 20 июлендә БАССР‑ҙың Краснокама районы Иҫке Нуғай ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алыу теләге егетте Башҡорт дәүләт медицина университетына алып килә, вузды ул 1980 йылда тамамлай. Диплом алғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай һәм 1984 йылға тиклем шунда эшләй. 1989 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институты, артабан, юғары уҡыу йортоноң атамаһы үҙгәртелгәс, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, шул уҡ ваҡытта 1992 йылдан башлап Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында табип, 1995 йылға тиклем бүлек мөдире булып эшләй. 2012 йылдан алып Рим Ғариф улы хеҙмәт юлын Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы булып дауам итә[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКаланов Рим Ғариф 350‐нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 28 уйлап табыу авторы, уның фәнни эшмәкәрлеге онкология, эренле хирургия, колопроктология өлкәһенә арналған. Башҡортостан Республикаһының дауалау практикаһында Рим Ғариф улы тарафынан эшләнгән йыуан эсәк яман шешен хирургик дауалау алымы ҡулланыла.[1].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Толстокишечная непроходимость (диагностика, лечение, реабилитация). Өфө, 1999 (авторҙаш);
- Лимфатическая система человека. Өфө, 2006;
- Колопроктология. Өфө, 2007 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997)
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005)