Казимеж Дольныла Совет һалдаттары ҡәберлеге (Польша)
Казимеж Дольныла Совет армияһы һалдаттары ҡәберлеге – зыярат, 1950-1953 йылдарҙа Казимеж Дольны (Kazimierz Dolny) ҡалаһы һәм Чолевянка (Cholewianka) ауыл биләмәһе сигендә, Ополе Лубелскиға (Opole Lubelski) табан киткән юл буйында урынлашҡан. 1944 йылда Польшала барған һуғыштарҙа һәләк булған Совет Армияһы һалдаттары һәм офицерҙары ерләнгән. Рәсми аныҡланған мәғлүмәт буйынса 8537, ингән урында ҡуйылған алтаҡта мәғлүмәте буйынса 8676 мәйет ерләнгән тип билдәләнә.
Казимеж Дольныла Совет һалдаттары ҡәберлеге | |
Нигеҙләү датаһы | 24 ноябрь 1951 |
---|---|
Дәүләт | Польша |
Административ-территориаль берәмек | Казимеж Дольны[d] |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәНекрополь Варшаваның Үҙәк ҡала төҙөлөшө эҙләнеүҙәре һәм проекттары бюроһынан Ивон Дворяковский (Iwon Dworakowskiej) һәм Казимеж Котовский (Kazimierza Kotowskiej) проекты буйынса төҙөлгән. Төҙөлөш 1951 йылдың 24 ноябрендә тамамланған. Ҡәберлек ҡалҡыу урында урынлашҡан, парк-мавзолей статусына эйә. Тау башының ҡырын ерендә дағаға оҡшаған майҙан тигеҙләп киҫелгән, оло юлдан ҡәберелеккә таш баҫҡыс күтәрелә. 0,7 гектар биләмәлә зауыҡ менән төрлө ағастар ултыртылған, үлән тигеҙләп киҫелгән. Композиция авторы Виеслав Хойнаски (Wiesław Chojnacki).
Ҡәберлек майҙаны уртаһында эре суйыр таштарынан төҙөлгән һәйкәл ҡуйылған. Майҙан тирәләй ике рәт итеп исемдәре яҙылған 56 айырым һәм даға формаһына тура килтереп 164 дөйөм ҡәбер урынлашҡан. Ҡорбандарҙың туғандары тарафынан дөйөм ҡәберҙәрҙерҙең ҡайһы берҙәрендә билдәле булғандарҙың исемдәре яҙылған, йәки фотолары беркетелгән.
Туғандар ҡәберлегенә 1944 йылда Польшала барған һуғыштарҙа һәләк булған Совет Армияһы һалдаттары һәм офицерҙары ерләнгән. Мәйеттәр Козиниц (Kozienic), Пулав (Puław), Бохтницы (Bochotnicy), Лукова (Łukowa), Любартова (Lubartowa), Люблин (Lublina), Красник (Kraśnik), Понятовой (Poniatowej) тирәләрендә һуғыш ваҡытында беренсе ерләнгән урындарынан күсерелгән. Рәсми аныҡланған мәғлүмәт буйынса 8537, ингән урында ҡуйылған алтаҡта мәғлүмәте буйынса 8676 мәйет ерләнгән тип билдәләнә.