Ҡағы

(Кага (река) битенән йүнәлтелде)

Ҡағы — Рәсәйҙәге йылға. Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Уралтау һыртының Ҡағыташ тауынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Ағиҙел йылғаһына тамағынан 1188 км алыҫлыҡта ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 84 км, бассейн майҙаны 590 км².

Ҡағы
Характеристика
Оҙонлоғо 84 км
Бассейн 604 км²
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 53°40′34″ с. ш. 58°17′10″ в. д.HGЯO
 · Урынлашыуы Үҙәнбаш ауылы
 · Бейеклеге 776 м
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы Ҡағы ауылы янында
 · Бейеклеге 390 м
 · Координаталар 53°40′34″ с. ш. 58°17′10″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 53°32′02″ с. ш. 57°40′41″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
Белорет районы
Әбйәлил районы
РДҺР 10010200212111100017140
Ҡағы (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Ҡағы Викимилектә

Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан аға. Оло Ял тауынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта төньяҡҡа борола һәм артабан Белорет районы буйлап аға.

Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,3 м3/с.

Бассейн рельефы уртаса таулы, йылға үҙәне Уралтау һәм Ҡыраҡа һырттары араһындағы тау упҡынында урынлашҡан. Ландшафты тау-урман ҡараһыу-һоро тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай ҡайын урмандарынан тора, йыуылған ҡара тупраҡта болонло далалар осрай. Бассейнының 86%-ын урман, 5%-ын һөрөнтө ер биләй. Йылғала Белорет районы Ҡағы ауылы эргәһендә быуа төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары (бөтәһе лә — һул) — Мәйгәште, Оло Мәйгәште, Өстөмәнде йылғалары[2].

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017140
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101714
  • Бассейн коды — 10.01.02.002
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. Ҡағы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Ҡағы.

Һылтанмалар үҙгәртергә



  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ