Йәһүдтәр Башҡортостанда

Башҡортостанда йәһүдтәр — күп милләтле Башҡортостан Республикаһының милләттәренең береһе. Иҫәбе — 2367 кеше (2002 йыл), төбәктәге йәһүдтәрҙең 98,8 % — ҡала халҡы (781 — Өфөлә), ауылда 28 кеше (1 Николо-Берёзовкала (2014 йылдың 1 февраленә ҡарата).

Йәһүдтәр Башҡортостанда

Башҡортостандағы йәһүдтәрҙең теле — идиш (украин-галиция һәм белорус-литва диалекттары) һәм урыҫ.

Диндәре — иудаизм. Баш раввин — Дан Кричевский. Синагога төҙөү 2008 йылда[1], төҙөлгән, Өфө ҡалаһы Блюхер урамындағы парк зонаһында төҙөлдө.[2]. Синагоганың иҫке ағас бинаһы Ханыковская урамы, 54-се йортта (хәҙер Гоголь урамы, 58-се йорт) урынлашҡан була. Эргәһендә ике ҡатлы таш мәктәп урынлашҡан була. 1915 йылға иҫке ағас бина янына таш синагога төҙөлгән булған. Был бинаның декоратив биҙәү элементтарында классицизм, барокко, модерн, неорус һәм византия стилдәре[3].ирекле ҡулланылған. Синагога бөтә төбәктәге берҙән-бер иудаизм дин үҙәге булып тора Синагога, йәһүд мәктәбе Өфөлә йәшәгән йәһүдтәрҙең үҙәгенә әүерелде.

Синагога бинаһында балалар баҡсаһы, гимназия, спорт һәм тренажер залдары, Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә музей, ритуаль тәһәрәт өсөн бассейн, хәйриә ашханаһы эшләй.

Айына бер «Йәһүд күңеле», «Шорашим» тигән гәзиттәр сыға.

Йәһүд мәҙәниәте көндәре үткәрелә[4][5], дин байрамы ирекле үткәрелә.

Йәһүд зыяраты Иҫке Өфөлә урынлашҡан.

Тарихи Башҡортостан территорияһында йәһүдтәр XIX быуатта теркәлгән. 1859 йылда Өфөлә өс йәһүд ғаиләһе йәшәгән; икеһе Себерҙән күсеп килгән һөргөнгә ебәрелгән ғаилә, береһе Могилёв губернаһының мещандары[3].

Өфө губернаһында 1865 йылда 157 кеше булып, 1897 йылда — 720 кеше (бөтәһе лә тиерлек Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Минзәлә, Златоуст ҡалаларында йәшәгән). Йәһүд энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, 1880—1881 йылдарҙа бында 300 кеше йәшәгән дә инде. Шуларҙың 130-ы отставкалағы иң түбәнге чиндағы кешеләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, 120-һе — һөнәрселәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары[3].

XIX быуат аҙағында Ырымбур губернаһында йәһүд халҡының яртыһы тиерлек етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән: 33,8 % — сауҙа, 6,2 % — ҡораллы көстәрҙә, 3,7 % — интеллектуаль эшмәкәрлектә һәм 10,7 % — башҡа эшмәкәрлек төрҙәре менән. Шул ваҡытта Өфө губернаһында 12 табип һәм дантист, 43 тегенсе, 37 сауҙагәрҙәр, оҫталар 12 сәғәт йүнәтеүсе оҫта, 36 кеше ҡораллы көстәрҙә һ. б. мөһим эш урындарында. 1920 йылға йәһүдтәрҙең һаны 4,6 мең кешегә еткән. Шуларҙың күпселеге Өфө (3762) һәмБәләбәй кантондарында (666)[3] билдәләнгән.

1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, БАССР-ҙа 2185 йәһүд тәшкил иткән (1920 йылдың күрһәткестәренән 47,2 %). БАССР-ҙа 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 3796 йәһүд булған, өҫтәүенә, ауыл ерендә — 675 кеше, һәм был дөйөм һандан 17,3 % тәшкил итә — бөтә йылдар дауамында шуға оҡшаш иң юғары күрһәткес[3]

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң йәһүдтәр һаны арта һәм дауам итә. 1959 йылда иҫәбен иҫәпкә алыу. БАССР-ҙың 7,4 меңдән ашыу йәһүдтәр (юғары һәм урта белем биреү менән бер булған 690 мең кеше).

XX быуаттың 60-сы йылдарынан йәһүдтәр һаны кәмегән: 1970 йылда — 6,7 мең, 1979 йылда — 5,9 мең, 1989 йылда — 4,9 мең, 2002 йылда — 2,4 мең. Төп сәбәбе — эмиграция. Әгәр башында 70-се йылдар башында Башҡортостанды ике йәһүд ғаиләһе ҡалдырып китһә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа меңгә яҡын кеше сит илдәргә бигерәк тә Израилгә, АҠШ-ҡа күсеп китте. 1994 йылда Башҡортостан Республикаһында 3968 йәһүд (1989 йылғы йәһүдтәр һанынан 80,8 %) йәшәгән. 2008 йыл башынан Өфөнән Израилгә бер кеше лә күсеп китмәгән[6].

Башҡортостанда йәһүд йәмғиәтенең яңы үҫеш мөмкинселеге үҙгәртеп ҡороу осорона тура килә. 1988 йылда Өфөлә Рәсәйҙәге беренсе йәһүд мәҙәниәтен һөйөүселәр клубы теркәлгән, һәм ул 1992 йылда үҙгәртелә. «„Кохав“ йәһүд милли-мәҙәни үҙәге» тип үҙгәртелә. Үҙәк эргәһендә ивритте өйрәнеү буйынса даими эшләгән мәктәп, китапхана, шәфҡәтлелек төркөмө бар. 1991 йылда Башҡортостан-израиль эшлекле хеҙмәттәшлек Ассоциацияһы булдырыла. 1998 йылда, ирекмәндәре оло йәштәге кешеләргә һәм инвалидтарға ярҙам иткән «Хэсэд Лея» Хәйриә фонды асыла.

Йәһүд общинаһының мосолман төбәгендә йәшәүенең ғәжәйеп һыҙаттарының береһе булып йолаларҙың оҡшашлығы аша яҡынайыу, ассимилляция тора. Быға дини традицияларҙың берлеге булышлыҡ итә: малай кешене ғүмеренең һигеҙенсе көнөнә сөннәтләү, 12-13 йәштән бәлиғ тип һанау, сусҡа итен ашауҙы тыйыу, мәрхүмдәрҙе үлгән көнөндә йәки кәфенгә төрөп ерләү һ. б. Башҡортостандан барған йәһүдтәр Израилдең Хайфа ҡалаһында йәшәй, "Башҡортостандан сыҡҡан йәһүдтәрҙең хайф берекмәһе"н ойошторған, улар йәһүд һәм башҡорт байрамдарын бергә үткәрә[7].

Йәһүд ойошмалары

үҙгәртергә
  • Йәһүд Милли Мәҙәни Үҙәгендә Синагога, Блюхер урамы, 1/1
  • Дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһы «„Ор авнер“ йәһүд урта мәктәбе», Блюхер урамы, 1/1
  • АНО СОХНУТ Йәһүд агентлығы, Блюхер урамы, 1/1
  • «Хэсэд Лея» Хәйриә фонды, Дан бульвары, 6

Стәрлетамаҡ

үҙгәртергә
  • «Стәрлетамаҡ ҡалаһының Йәһүд общинаһы»
  • «Салауат ҡалаһының Йәһүд общинаһы»

Башҡортостандың билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Николай Яковлевич Киселёв Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Долгиново ауылында йәшәгән 218 йәһүдте, 1942 йылдың август-октябрендә фронт һыҙығы аша сығарып, ҡотолғоһоҙ үлемдән ҡотҡара[9][10].
  • Гельблу Яков Иосифович - Башҡорт дәүләт университетының немец теле кафедраһы мөдире, Башҡорт дәүләт педагогия институты (университеты) немец теле кафедраһы мөдире, Башҡортостан филателистары йәмғиәте етәксеһе
  • Влади́мир Теодо́рович Спивако́в (род. 12 сентября 1944, Уфа, Башкирская АССР, РСФСР, СССР) — советский и российский дирижёр, скрипач, педагог. Народный артист СССР (1990)[1]. Лауреат Государственной премии СССР (1989). Лауреат Государственной премии России (2012).

Художественный руководитель и главный дирижёр Национального филармонического оркестра России и Государственного камерного оркестра «Виртуозы Москвы», президент Московского международного Дома музыки.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Шкурко Э. А. Евреи в Башкортостане: полтора века истории/Монография. Уфа: Аэрокосмос и ноосфера. 2007. с. 254[11]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В Башкортостане открылась первая синагога — Андрей Игнатенко — «Вероздание» — Российская Газета — Вчера главный раввин России Берл Лазар принял участие …
  2. Землю под синагогу в центре Уфы удалось получить с Божьей помощью МедиаКорСеть 2013 йыл 5 февраль архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Еврейский Интернет-клуб :: IJC.RU :: INTERJEWISH CLUB 2016 йыл 16 март архивланған.
  4. В Башкирии открылись Дни еврейской культуры — Новости Общества. Новости@Mail.ru
  5. Фестиваль еврейской культуры в прошел Стерлитамаке
  6. Из Уфы перестали уезжать евреи — Кликни Уфу! Последние новости Уфы и Башкирии
  7. Выходцы из Башкирии продолжают отмечать в Израиле башкирские праздники
  8. Уфа. Еврейская община г. Уфы и Республики Башкортостан 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. [http://www.evreyskaya.de/archive/artikel_1007.html «Еврейская газета» :: «Незамеченный» подвиг
  10. Спасти от Освенцима 2016 йыл 15 октябрь архивланған.
  11. автор Шкурко Э. А. — Монографии Республики Башкортостан, Уфа 2019 йыл 26 февраль архивланған.