Йәшел монастырь
Йәшел монастырь (მწვანე მონასტერი) йәки Читахевиҙа Георгий монастыры (ჩითახევის წმინდა გიორგის მონასტერი)-Грузияла Боржоми муниципалитетының Боржоми тарлауығында Читахеви ауылынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан IX быуат монастыры[1]. Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, монастырь Изге Марияға арналған. Уны Григолдың уҡыусылары Ханзтели, Кристофер һәм Тевдор төҙөгән[2]. Монастырь комплексы базилика тибындағы сиркәүҙе һәм һуңыраҡ төҙөлгән манараны үҙ эсенә ала. Сиркәү монастырь барлыҡҡа килгәндә үк төҙөлә һәм IX быуат уртаһына ҡарай. Ул тупаҫ эшкәртелгән таштарҙан төҙөлгән һәм декоры юҡ кимәлдә. Манараһы ике ҡатлы, беренсе ҡатында часовняһы бар, ә икенсе ҡатында семәрләп эшләнгән ҡупшы беседка урынлашҡан. Монастырь XVI быуатта шаһ Тамаз баҫып инеүенән һуң емерелә, монахтарҙы язалайҙар һәм төрмәгә ябалар. XX быуаттың 80-се йылдарында ғибәҙәтхана, ә 2002 йылда монастырь тергеҙелә. Монастырь Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелгән.
Йәшел монастырь | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Йәшел монастырь Викимилектә |