Йәрмөхәммәт Ҡәҙермәтов

(Йәрмөхәмәт Ҡәҙермәтов битенән йүнәлтелде)

Йәрмөхәммәт Ҡәҙермәтов (1721 йыл; башҡа сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, 1722йыл - ?) Рәсәйҙең Уҫы даруғаһы Ишбулды ауылында (Яңауыл районы) 1721 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1722 йылда) тыуған. Батша Рәсәйенең крәҫтиәндәрғә ҡарата алып барған сәйәсәтенә ҡаршылыҡ күрһәтеп, 17731775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалында ҡатнашыусы. Ихтилал башлығы Е. Пугачев ғәскәренең полковнигы. Милләте буйынса - типтәр.

Биографияһы

үҙгәртергә

1773 йылдың ноябрендә, батша сәйәсәте менән риза булмайынса крәҫтиәндәр ихтилалына ҡушылып китә. Ҡаранай Моратов менән Йәрмөхәммәт Ҡәҙермәтов отрядтары 1773 йылдың декабрендә Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы өсөн һуғыша һәм ҡаланы баҫып ала. 1774 йылдың яҙ һәм йәй айҙарында уның отряды Бәхтейәр Ҡанҡаев отряды менән берлектә Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында ҡаты һуғыш алып бара. Ул үҙе, халыҡ араһында йөрөп, ихтилал етәксеһе Емельян Пугачёвтың төп халыҡ ғәскәренә Ҡазан һәм Өфө губерналары кешеләрен өгөтләп йыя. 1774 йылдың июнь—сентябрь айҙарында Йәрмәхәммәт Ҡәҙермәтов ғәскәре Бөрө ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. А. А. Якубович етәкселегендәге Рус армияһы ғәскәрҙәренә ҡаршы Бөрө ҡалаһы өсөн алышта, Ҡазан өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа алыша. Йәрмөхәммәт Ҡәҙермәтов шулай уҡ Уҫы даруғаһы Йәлдәк волосы Мүзәк ауылы (хәҙерге Краснокама районы)янында барған И. Г. Штерич етәкселегендәге батша хөкүмәте ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәштә лә ҡатнаша. 1774 йылдың ноябрендә Йәрмәхәммәт Ҡәҙермәтов Батша йәнәптәре алдындағы ғәйебен таный һәм батша ғәскәренә үҙе теләп бирелә. Ихтилалдың әүҙем ҡатнашыусыһы Йәрмөхәммәт Ҡәҙермәтов оҙаҡ ваҡытҠазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. 1775 йылдың 31 майында Рәсәй Сенатының Йәшерен экспедицияһы ҡарары менән төрмәнән азат ителә. Артабанғы яҙмышы тарихсыларға билдәһеҙ ҡалған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә