Йән (рух)

(Йән (күңел) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

Йән («күңел») — башҡорт мифологияһында дүрт кеше күңеленең иң мөһиме.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Башҡорт мифологияһында йән кешенең башҡа йәндәре менән бер рәттән (башҡ. ҡот — тормошсан көс, башҡ. исем — исем, башҡ. тын — һулыш) үҙ аллы субстанция булып тора. «Йән» һүҙе фарсы сығышлы[1].

Йән кешегә әсә ҡарынында үҫешенең дүртенсе айында инә. Башҡорттар, йән тормош ағасында физик тән алыуға үҙ сиратын көтөп ултыра, тип ышанғандар.

Йән йоҡо, һуштан яҙыу, ауырыу, мәрткә китеү осраҡтарында ҡыҫҡа ваҡытҡа физик тәнде ташлап китергә мөмкин, ә үлгәндән һуң уны мәңгелккә ташлап китә. Ышаныуҙар буйынса, йән йоҡо ваҡытында сәйәхәт итә, әгәр йоҡлаған кешене ҡапыл уятһаң, йән тәнгә кире ҡайтып өлгөрмәҫкә мөмкин, һәм кеше вафат була. Кеше үлгәндән һуң йән кешеләрҙең тәнен күбәләк, ҡош һәм башҡа рәүешле ташлап китә, ҡырҡ көнгә тиклем туғандары янында була, һуңынан уларҙы ташлап китә һәм тик йома көндәрендә генә килеп китә.

Ышаныуҙар буйынса, ата-бабаларыбыҙҙың йәндәре вариҫтарын һаҡлайҙар, шуға күрә, уларҙың яҡшы мөнәсәбәтен яулау өсөн, башҡорттар айырым йолаларҙы үтәгән. Шулай уҡ башҡорттар, кеше үлгәндән һуң, уның йәне яңы кәүҙәһенә инә тип һанағандар.

Тәбиғи үлем менән үлмәгән йәки тейешле йолаларҙы үтәмәй ерләнгән кешенең йәне шәүлә (албаҫты, мәскәй, убыр, өрәк) рәүешендә гиҙеп йөрөй.

Ислам динен ҡабул иткәндән һуң, йән тураһында ышаныуҙар башҡорттарҙа ерләү йолаларында һаҡланып ҡалған.

Фразеологизмдар

үҙгәртергә

Башҡорт телендә халыҡтың йән тураһында күҙаллауҙарын сағылдырған фразеологизмдар бар:

  • «йән алҡымға килеү» (ауыр хәлдә булыу),
  • «йән атыу» (бөтә күңеле менән тырышыу),
  • «йән рәхәте» (ләззәт тойғоһо),
  • «ҡара йән» — «ҡара йән» (яуыз кеше) һәм башҡалар.
  • С. И. Руденко Башҡорттар: Тарихи-этнографик очерктар. — Өфө: Китап, 2006.
  • Хисамитдинова ф. Ғ. Башҡорт мифологияһы һүҙлеге. Өфө: Рәсәй Фәндәр акадмияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих тел һәм әҙәбиәт институты, 2011.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская мифология. Словарь-справочник. Уфа: Гилем, 2002.  (баш.)(баш.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә