Йәнәшәлек
Йәнәшәлек, йәки параллелизм (грекса — йәнәш килеү) — тышҡы яҡтан бер-береһенә оҡшаш йә, булмаһа, бөтөнләй айырылып торған ике йәки бер нисә күренеште йәнәш ҡуйып һүрәтләүгә нигеҙләнгән композиция алымы. Был һүрәтләү сараһы прозанан бигерәк поэтик әҫәрҙәргә хас. Ул башҡорт халыҡ ижадында, шиғриәттә ҙур урын биләй. Поэтик әҫәрҙең бер киҫәге, өлөшө дүрт юлдан тороп, тәүге ике юлда тәбиғәт күренештәре хаҡында һүҙ бара, ә һуңғы ике юлда кешеләр тормошо тураһында әйтелә, төп идея ошо аҙаҡҡы юлдарҙа белдерелә:
Йүгерек тә кейек һис алдырмаҫ,
Ҡаршыһында ҡая ла тау булһа.
Егет кенә кеше кәм-хур булмаҫ,
Ғәзиз башҡайы ла уның һау булһа.
(Башҡорт халыҡ йыры «Ильяс»).
Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас,
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас.
(М. Кәрим).
Йәнәшәлек халыҡ ижадында, ҡағиҙә булараҡ, тәбиғәт күренештәрен кеше тормошондағы ваҡиғалар, кешенең уй-кисерештәре менән бәйләп һүрәтләү аша бирелә һәм айырыуса ҡобайыр, йыр, таҡмаҡ, мәҡәл һәм әйтем кеүек жанрҙарҙа киң ҡулланыла. Ғәҙәттә, йәнәшәлек строфаның тәүге яртыһын үҙ эсенә ала һәм алда әйтеләсәк фекерҙең ниндәйерәк буласағына ишара яһай. Мәҫәлән:
Йылтыр ғына йылтыр уттар яна -
Юлаусынан ҡалған бер күмер.
Былай ғына беҙҙең ултырыуҙар
Үҙе генә булыр бер ғүмер.
Был осраҡта кеше ғүмеренең усаҡтан ҡалған күмер менән сағыштырып йәнәшә ҡуйылыуы асыҡ күренә. Йәнәшәлек ярҙамында бер үк ваҡытта символик образ да тыуҙырыла. Йырҙарҙа, мәҫәлән, аҡҡан һыу йәки умырзая сәскәһе — үткән ғүмерҙе, бешкән еләк — ҡыҙҙарҙы, кәкүк — яңғыҙлыҡты, томан һәм ҡамыш — айырылыуҙы, ҡош юлы яуға китеүҙе белдерә. Ҡамсат бүрек, ебәк билбау, ҡурай кеүек символик образдар иһә халыҡ батырын характерлау өсөн ҡулланыла. Башҡорт халыҡ ижадында йәнәшәлектең киң таралған бер нисә төрө бар:
1. Тема йәнәшәлеге. Был осраҡта үҙҙәренең йөкмәткеһе менән оҡшаш күренештәр бер-береһенә йәнәшә ҡуйыла :
Саңҡ-саңҡ итә бөркөт, ай, ҡыйғыр ҡош,
Ирәндек тә тауҙың башында.
Ҡыйғыр бөркөт кеүек, ай, Салауат
Башҡорт ғәскәрҙәре башында.
2. Синтаксик йәнәшәлек структураһы яғынан бер төрлө йәки оҡшаш һөйләмдәрҙең йә, булмаһа, һүҙбәйләнештәрҙең йәнәш килеүе ярҙамында яһала; ул күп быуынлы булырға ла мөмкин. Синтаксик йәнәшәлек ҡобайыр, мәҡәл, әйтемдәрҙә айырыуса киң ҡулланыла:
Ваҡ һибелгән йондоҙҙан
Балҡып торған ай артыҡ;
Буш һимергән айғырҙан
Ярһып торған тай артыҡ.
Дөйә һуйған йыйындан
Тәкә һуйған туй артыҡ.
Тауыш сыҡҡан туйыңдан
Тыныс торған өй артыҡ.
Cинтаксик йәнәшәлектең бер төрө итеп анафора, эпифора, эске рифма, рәдиф ярҙамында яһалған ауаздашлыҡ йәнәшәлеген һайларға мөмкин:
а) Менгән генә атым, ай, күк дүнән,
Кейгән генә кейемем күк елән.
Күк еләнкәйемде һелкеп кейеп,
Һеҙҙе һағынып килдем күп ерҙән.
б) Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ
Ҡыҙым менән кейәүемә,
Яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ
Улым менән киленемә.
3. Баҫҡыслы йәнәшәлек. Был осраҡта образдар теҙмәһе үҙ-ара бәйләнеп бер-бер артлы тағатылып бара. Башҡорт халыҡ ижадында баҫҡыслы йәнәшәлек бик һирәк осрай. Бына, мәҫәлән, «Зәйнәбем» йырында ҡулланылған образдар теҙмәһе: аҡ күрнисә — алтын өҫтәл — таш тәрилкә — һимеҙ ҡаҙ — булат бәке — ебәк шаршау — матур ҡыҙ — матур егет:
… аҡ күрнисә эсендә кем,
Аҡ күрнисә эсендә кем,
Ебәк шаршау булһа ине кем, Зәйнәбем.
Ебәк шаршау эсендә кем,
Ебәк шаршау эсендә кем,
Бер матур ҡыҙ булһа ине кем, Зәйнәбем.
Матур ҡыҙҙың ҡуйынында,
Матур ҡыҙҙың ҡуйынында,
Матур егет булһа ине кем, Зәйнәбем.
4. Кире йәнәшәлек күренештәрҙең айырмалы яҡтарын һүрәтләүгә нигеҙләнә һәм күберәген мәҡәлдәрҙә осрай:
а) Яҡшыға эйәргән түшәктә аунар,
Яманға эйәргән тиҙәктә аунар.
б) Яҡшы бала яман атаның ишектәге башын түргә һалыр,
Яман бала яҡшы атаның түрҙәге башын ишеккә һалыр.
в) Тундың яңыһы яҡшы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы.
г) Яҡшы ҡатын яман ирҙе ир итер,
Яман ҡатын яҡшы ирҙе ер итер.
д) Ялған әйткән тотолор,
Дөрөҫөн әйткән ҡотолор.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Галин С. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, Китап, 125—127-се биттәр.
- Сәйетбатталов Ғ. Башҡорт теленең стилистикаһы һәм пунктуацияһы. Беренсе китап. — Өфө, 1978, 38—39-сы биттәр.