Йәнбарисова Зәйтүнә Һәйбән ҡыҙы
Йәнбарисова Зәйтүнә Һәйбән ҡыҙы (25 декабрь 1931 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. 1957—1997 йылдарҙа Өфө ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, шул иҫәптән 1983 йылдан Өфө ҡала мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Зәйтүнә Һәйбән ҡыҙы Йәнбарисова | |
Тыуған көнө |
25 декабрь 1931 (92 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡортостан Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Педагог |
Биографияһы
үҙгәртергәЗәйтүнә һәйбән ҡыҙы Йәнбарисова 1931 йылдың 25 декабрендә Өфөлә тыуған. Милләте — башҡорт. Әсәһе уны киләсәктә табип итеп күрергә теләй. Баш ҡаланың 3-сө урта мәктәбендә уҡыу йылдарында уға тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры Елена Михайловна Короткова көслө йоғонто яһай.
1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә, институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм Пермь өлкәһе Чусовка районы Скальный эшселәр ҡасабаһы мәктәбенә эшкә ебәрелә.
1957 йылда Өфөгә ҡайтҡас, 12-се киске (сменалы) эшсе йәштәр мәктәбендә уҡыта башлай, тиҙҙән директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары итеп күсерелә, артабан 29-сы урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Уҡытыусылар коллективына етәкселек итеү, уларҙың методик эштәрен ойоштороу, һәр педагогты ижади эшләргә өйрәтеү, уның бәләкәй генә уңыштарын да күрә белеү һәм дәртләндереү кеүек сифаттар, уҡытыусыларҙың һәм балаларҙың һәр береһен даими иғтибарҙа тотоу, улар хаҡында әсәләрсә хәстәрлек күреү уны айырып тора.
1973 йылда 47-се урта мәктәп директоры итеп ҡуйыла. Уҡытыусылар коллективының һәр ағзаһын яҡын күреү, алдынғы педагогтарҙың тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу тураһында ҡайғыртыу, йәки уҡытыусыларҙы үҫтереү мәктәп директорына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур уңыштар яуларға мөмкинлек бирә.
Оҫта етәксе 1983 йылда Өфө ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире урынбаҫары итеп үрләтелә. Ул яуаплы һәм ҡатмарлы вазифаны күп йылдар намыҫлы башҡара. Был ваҡытта үҙгәртеп ҡороу, яңы иҡтисад шарттарында мәғариф системаһы кисергән хәл-ваҡиғаларҙы көйләүҙә, уның һәйбәт уңыштарын ишәйтеүҙә һәм иң яҡшыларын һаҡлап алып ҡалыуҙа бүлек мөдире урынбаҫарының башҡарған эштәре бихисап.
Уҡытыусы, мәктәп директоры, ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире урынбаҫары булып эшләгән 43 йыл дәүерендә өлгәшкән уңыштары өсөн «Почёт Билдәһе» ордены, күп миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ул шулай уҡ РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы»[1] тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
1997 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, Зәйтүнә Йәнбарисова баш ҡаланың мәғариф эштәренән, мәғариф органдары һәм йәштәр менән эшләү комиссияһы ағзаһы булараҡ, айырылмай. 2001 йылда, ул мәғариф хеҙмәткәрҙәренең ҡала советы ағзаһы, мәғариф органдары һәм йәштәр менән эшләү комиссияһы ағзаһы булараҡ, барлыҡ уҡыу йорттары музейҙары смотрын үткәреүгә ҙур өлөш индерә. Ғәмәлдә был эштең ойоштороусыһы һәм башҡарыусыһы була.
Зәйтүнә Йәнбарисова баш ҡаланың Орджоникидзе районында эшҡыуарҙар менән педагогик «ҡунаҡ йорттары», «май шәме яҡтыһында» осрашыуҙар ойоштора, уларҙың уҡытыусыларға ярҙам күрһәтеүенә өлгәшә. Педагог республика халыҡ мәғарифын үҫтереү музейы эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
- Миҙалдар
- Маҡтау грамоталары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 03.10.1980 N 6-2/305 “О присвоении почетного звания «Заслуженный учитель школы Башкирской АССР» работникам народного образования республики“ 2021 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мухутдинова Разифа Зилаваровна. 50 лет служения педагогике (из фондов Музея развития истории образования республики Башкортостан) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2021)
- РУБРИКА "СВЕЖО ПРЕДАНИЕ". Анатолий Черкалихин. Дети войны. Ежемесячный журнал Уфа, № 4 (101), апрель 2010 г. 2021 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2021)