Йәмәғәт йыйылышы клубы (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Йәмәғәт йыйылышы клубы (Таганрог)
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Таганрог, Грек урамы, 95 |
Проект авторы | архитектор Эмерик |
Төҙөлөшө | 1897—1903 йылдар |
Бөгөнгө хәле | яҡшы |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Клуб общественного собрания |
Йәмәғәт йыйылышы клубы — Таганрог ҡала зыялылары өсөн йәмәғәт йыйылышы клубы. 1869 йылда асыла. Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Грек урамы, 95 адресы буйынса урынлашҡан. 1926 йылда элекке йәмәғәт йыйылышы бинаһында 4-се мәктәп урынлашаҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1869 йылда Таганрогта дворяндар ҡатламына ингән ҡала халҡы өсөн йәмәғәт йыйылышы клубы асыла. Үҙе эшләгән осорҙа клуб бер нисә тапҡыр урынын алмаштыра. 1879 йылдан бирле клуб ағалы-ҡустылы Гайрабетовтар йортонда урынлаша. 1907 йылдың июнендә йәмәғәт йыйылышы йәмғиәте, яңы бина төҙөү өсөн, Грек урамы һәм Варваци тыҡрығы мөйөшөндә ер һатып ала. Төҙөлөш яҡынса йөҙ мең һумға баһалана. Был ваҡытта йәмәғәт клубының йыллыҡ килеме ошолай була: ағзалыҡ иғәнәләре — 3,3 мең һум, кәрт уйынынан килем — 7,7 мең; лото уйынынан килем — 2,5 мең; штрафтар — 3,5 мең, инеү хаҡы — 2 мең һум. Дөйөм табыш 20,5 мең һум тәшкил итә. Йылына китапхананы китап һәм матбуғат баҫмалары менән тулыландырыуға — 1,5 мең һум; йыһаз һатып алыуға — 1,4 мең; башҡа сығымдарға — 4,4 мең һум аҡса тотонола. Дөйөм сығымдар 18,3 мең һум тәшкил итә. Бина башлыса кәрт уйынынан ингән аҡса иҫәбенә төҙөлә. Шулай, бер 1908 йыл эсендә генә кәрт уйынынан килем егерме дүрт мең һум тәшкил итә, 1909 йылда — ун биш мең.
Бина ҡала архитекторы Эмерик проекты буйынса төҙөлә. Бинаны төҙөү ваҡытында бәхетһеҙ осраҡтар була. Төҙөлгән бүлмәләрҙең береһендә тимер-бетон түшәм килеп төшә. Был ваҡытта өс эшсе зыян күрә. Комиссия, емерелеп төшөүҙең сәбәбе — бинаның уйлап еткерелмәгән конструкцияһы тора тип билдәләй, стенала металл таяныс аҫтында ояның тәрәнлеге бәләкәй була.
Яңы бина алты йыл төҙөлә. 1913 йылдың 29 декабрендә асыла. Клуб менән идара итеүсе итеп клуб старшинаһы А. Н. Ковалевский тәғәйенләнә. Яңы бинала оҙон бүлмәләр анфиладаһы (береһенән икенсеһенә тураға үтеп йөрөмәле итеп эшләнгән бүлмәләр теҙеме), һигеҙ йөҙ кешегә иҫәпләнгән концерт залы була. Өҫкө ҡатта бильярд уйыны өсөн ҙур бүлмә була. Ихатаға терраса сыға. Бинаны төҙөү хаҡы алтмыш дүрт мең һум самаһы тәшкил иткән. 1913 йылда йәмәғәт клубы ағзаһы дүрт йөҙ кешенән тора. 1913 йылдан башлап клуб бинаһында концерттар, бейеү кисәләре һәм маскарадтар, кәрт һәм лото уйындары ойошторола башлай. Кәрт уйыны клубта тыйылмай. Клубта ҙур уҡыу залы була, унда барлыҡ урыҫ матбуғат баҫмалары һәм гәзиттәр алдырыла, Европа телдәрендә лә матбуғат баҫмалары һатып алына.
Бина
үҙгәртергәГрек урамы мөйөшөндә, хәҙерге Лермонтов тыҡрығының уң яғында, Грек урамы буйынса 95-се йорт урынында, XIX быуат уртаһында бер ҡатлы өй тора, кистәрен унда ир-ат килә. Һуңынан был урында сауҙагәр ҡатын Виргиния Скараманга өсөн хаҡы бер мең һум торған ҙур булмаған йорт төҙөлә.
XX быуат башында йортҡа ике кеше хужа була — Таганрог сауҙагәре Александр Викторович Виктешмаер һәм Виргиния Скараманга. Сауҙагәр Розалия Викторовнаға өйләнгән була. Александр Викторовичтың пар тирмәне һәм пар мунсаһы була. 1885 йылда ғаиләлә улдары Павел тыуа. 1911 йылда Александр Викторович вафат була, ул ҙур мөлкәт ҡалдыра. Уның улы инженер-технолог Адольф милегендә, үҙ ваҡытында, Александр урамындағы 118-се һәм 120-се йорттар, Гоголь тыҡрығындағы страховкалау агентлығы була. Адольф Александрович 1916 йылдың декабрендә вафат була.
1907 йылда йәмәғәт йыйылышы клубы сауҙагәр Виктешмаер йортон һүтеү өсөн һатып ала һәм уның урынында яңы ҙур йорт төҙөтә башлай. Алты йылда бина төҙөлөп бөтә.
1926 йылдың майында элекке йәмәғәт йыйылышы клубының яңы бинаһына, әүәл Чехов урамында урынлашҡан 4-се мәктәп күсә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бина яндырыла. 1947 йылда бина төҙөлөш техникумына бирелә, ә 1950-се йылдар аҙағында бинаға яңынан мәктәп күсә, хәҙер — 4-се лицей.
Архитектураһы
үҙгәртергәГрек урамындағы 95-се йорт Грек урамы яғына ауыш, тигеҙһеҙ урында тора. Бинаның дүртмөйөшлө тәҙрәле беренсе ҡаты, алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр ярым түңәрәк формала, кәрниздәре бар. Бинаның уратып алған кәрнизе, өҫтәге кәрнизе, бинаның ҡабырғаларында бер яғы стенаға инеп торған дүрт ҡырлы ярым колонналары бар. Парад ишеге Лермонтов тыҡрығы яғынан, металл колонналы оҙон япма менән эшләнгән. Бинаның төрлө бейеклектәге һәм төрлө архитектуралы бер нисә төкәтмәһе бар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Игорь Пащенко «Были-небыли Таганрога». Ростов-на-Дону. 2012.
- Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таганрог ул. Греческая д. 95 2020 йыл 23 сентябрь архивланған.
- Клуб общественного собрания 2017 йыл 10 ғинуар архивланған.