Йәйге Коммерция клубы ҡоролмалары комплексы
Йәйге Коммерция клубы ҡоролмалары комплексы Дондағы Ростовта, Оло Баҡса урамында урынлашҡан. Бина 1912—1913 йылдарҙа архитектор Г. Н. Гелат проекты буйынса модерн стилендә төҙөлгән[1]. Коммерция клубы ансамбленә йәйге баҡса (хәҙер 1 Май исемендәге парк) инә. Хәҙерге ваҡытта бинала Өлкә физик культура йорто урынлашҡан[2]. Коммерция клубы ансамбле федераль әһәмиәт тәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].
Иҫтәлекле урын | |||
Йәйге Коммерция клубы ҡоролмалары комплексы
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 127 | ||
Статус |
| ||
Йәйге Коммерция клубы ҡоролмалары комплексы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1855 йылда Коммерция клубы Дондағы Ростовта Оло Баҡса урамы, Крепостной тыҡырығы, Кесе Баҡса урамы, Нахичевань межаһы араһында ер учаткаһы һатып ала. Петербург архитекторы Петерс унда парк булдыра. XIX быуат һуңында бында Коммерция клубының беренсе бинаһы төҙөлә. 1901 йылда парктың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә архитектор Н. А. Дорошенко проекты буйынса неоклассицизм стилендә ротонда (көмбәҙләп ябылған, колонналы түңәрәк бина) төҙөлә. Ул элекке редуттың (ҡәлғә эсендәге нығытма) ер валында тора.
1912—1913 йылдарҙа көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә архитектор Г. Н. Гелат тарафынан өс ҡатлы бина төҙөлә. Коммерция клубын биҙәүҙә классик декорация элементтары ҡулланала . Төп бина тәҙрәләре баҡсаға ҡарай.
Бинанан көнсығышта көньяҡҡа ҡарап торҡан ябыҡ эстрада төҙөлә. Уның ҡаршыһында асыҡ һауала тамашасылар урындары урынлаша. Эстрада декоратив лопаткалар, тумбалар һәм лепнина менән биҙәлә.
Территорияның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәйге аласыҡтың ике ҡатлы бинаһы урынлаша, ул оранжерея менән тоташа. 1910 йылдар башында баҡсасы Нимиюченко парк территорияһын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Ротонда ҡаршыһына бассейнлы һәм декоратив композициялы фонтан ҡуйыла. Оло Баҡса урамынан Коммерция клубы штукатурланған, декоратив тумбалы һәм селтәрле ҡойолған рәшәткәле кирбес ҡойма менән айырыла.
Участканың төньяғында, ҡойма эргәһендә фигуралы терә-ҙәрҙә ағас япма тора. Һуңынан ул өлөшләтә үҙгәртеп ҡорола һәм унда сатраш клубы, бильярд урынлаша. 1916 йылда япма өлөшө урынына ике ҡатлы, көнсығыш стилендә биҙәлгән ағас павильон ҡорола .
Совет власы килгәндән һуң Оло Баҡса яғындағы ҡойма һүтелә. Уның урынына ябай тимер ҡойма ҡуйыла, әммә ул 1960 йылдарҙа алына.
Революциянан һуң Коммерция клубы баҡсаһы Беренсе Май паркы тип үҙгәртелә. Элекке клуб ҡоролмаларында «трамвайсылар» клубы, «коммунальщиктар» клубы, ГПУ һәм башҡа ойошмалар урынлаша. 1950 йылдарҙа Беренсе Май паркы составына Коммерция клубы эргәһендәге мединститут клиникаһы паркы ла индерелә. Бинаны Өлкә физик культура йорто биләй. Шул уҡ ваҡытта Крепостной тыҡырығына ҡарарған фасад яғында сквер ойошторола. 1970 йылдарҙа унда Изге Дмитрий Ростовскийға бағышланған мемориаль диуар төҙөлә, постаментҡа пушкалар ултыртыла.
Аҡһаҡалдар һәм парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ротонданың цоколендә бассейн аҫтындағы һәм Изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһенән ҡалған XVIII быуат гелереялары менән тоташҡан бинаға инеү юлы бар. Был галереяларҙың береһенән Йәйге Коммерция клубы подвалына үтеп була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 140—143. — ISBN 5-8456-0489-3.
- ↑ История ОДФК . odfkr.ru. Дата обращения: 28 октябрь 2013. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ г.Ростов-на-Дону. Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) государственного (федерального) значения . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 27 октябрь 2013.