Йүрмәтау
Йүрмәтау, Ярматау, Юрматау (рус. Юрматау) — Башкортостан Республикаһы Белорет районында, Көньяҡ Урал тауҙарындағы һырт.
Йүрмәтау | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Географияһы
үҙгәртергәЙүрмәтау һырты Башҡорт Уралының көнбайыш өлөшөндә, Белорет районында урынлашҡан. Бейеклеге 570—854 м булған 10‑ға яҡын түбәһе бар (Кесе Юрмаш, Юрмаш тауҙары). Төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә армыт — Оло Юрматау һырты урынлашҡан.Һыртта Нөгөш йылғаһы һәм уның бик күп ҡушылдыҡтары башлана.
Географик координаттары: N 53° 28' 58 E 57° 22' 48 [2]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺырт төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Кесе Нөгөш йылғаһынан Оло Нөгөш йылғаһына тиклем 35 км-ға һуҙылған. Һырттың рельефы — түбәләре көмбәҙ рәүешле, битләүҙәре һөҙәк. Көньяҡ өлөшөндәге йылға үҙәндәрендә карст соҡорҙары бар.
Һырттың оҙонлоғо — 35 км, киңлеге яҡынса 10 км, бейеклеге — 842 м.
Тау тоҡомдары урта рифей свиталары юшаһы — күмерле һәүерташтар, ҡомташтар, егәҙе‑комаров — күмерле, хлорит‑кварцлы һәүерташтар һәм биктимер — алевролиттар, аргиллиттар, кварцлы ҡомташтарҙан ғибәрәт. Антропоген ҡатламдар һәүерташтар, алевролиттары, аргиллиттары, доломиттар, эзбизташтар, өҫкө рифейҙың кварц ҡомташтарынан тора. .
Күренеше
үҙгәртергәЛандшафы һоро тау‑урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан, тау болондарынан тора.
Көньяҡ өлөшөнөң ландшафы — ҡарағас урмандары, күрәнле һәм ҡыуаҡлы һаҙлыҡтар.
Топонимика
үҙгәртергәЙүрмәтауҙың күренешен һарыҡтың эс майын оҙон-оҙон итеп ҡырҡып, ас эсәк менән ҡушып үреп әҙерләнгән йүрмә тип аталған ашамлыҡ[3] менән сағыштырып, йә «йүрмәләү»[4] — ваҡ-ваҡ баҫып атлау тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип тә аңлаталар. Быныһы тау менгәндәге атлауҙы аңлаталыр, күрәһең.
Халыҡ телендә тау бер нисә вариантта аталып йөрөй — Йүрмәтау, Юрматау, Ярматау.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Геоинформационная база данных
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 442-се бит
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 442-се бит
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Южный Урал//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Юрматау//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 2 октябрь архивланған.
- Карта горы Хребет Юрматау, Республика Башкортостан, Россия 2020 йыл 2 октябрь архивланған.
- Юрматау
- http://yuzhnyj-ural.ru/kraevedenie/toponimika/856-gory-juzhnogo-urala.html Горы Южного Урала
- Йүрмәтау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-се т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Башкортостан (Энциклопедия) — Уфа, изд. Башкирская энциклопедия, 1996.