Йыйым (иҡтисад)
ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән алына торған мотлаҡ иғәнә
Йыйым — ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән алына торған мотлаҡ иғәнә, уны түләү дәүләт органдары, вәкәләтле башҡа органдар һәм вазифалы кешеләр тарафынан йыйым түләүселәргә ҡарата юридик әһәмиәттәге эш итеүҙәр, шул иҫәптән ниндәй ҙә булһа хоҡуҡтар йәки рөхсәттәр (лицензиялар) биреү шарты булып тора, йә уларҙы түләү ошо йыйым индерелгән территорияла эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең айырым төрҙәрен тормошҡа ашырыу менән бәйләнгән була (п. 2 ст. 8 Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 8-се статьяһы 2-се пункты).
Хәҙерге ваҡытта йыйымдарға бөтә төр дәүләт пошлиналары, хайуандар донъяһы объекттары һәм һыуҙың биологик ресурстары менән файҙаланған өсөн йыйымдар, таможня йыйымдары инә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://www.vocable.ru/dictionary/1049/word/sbor 2014 йыл 29 сентябрь архивланған.
- http://www.vocable.ru/dictionary/952/word/sbor 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.determiner.ru/dictionary/880/word/sbor 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://dic.academic.ru/dic.nsf/dic_economic_law/13982