Йосопов Ҡасим Нәзиф улы

Йосопов Ҡасим Нәзиф улы (26 ноябрь 1935 йыл) — мәғариф, комсомол органдары, юғары мәктәп һәм фән ветераны, ғалим-иҡтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы шул иҫәптән 2011 йылға тиклем милли иҡтисад кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1991), Рәсәйҙең (2006), Башҡорт АССР‑ының (1985) һәм Татарстандың (2007) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ғилемдар Рамаҙанов (2005) һәм М. И. Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премиялар лауреаты.

Йосопов Ҡасим Нәзиф улы
Тыуған көнө

26 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (89 йәш)

Тыуған урыны

БАССР Саҡмағош районы Сыйрышбаш

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

иҡтисад

Наградалары һәм премиялары

Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Ғ. Рамаҙанов исемендәге приемия лауреаты (2005), М. И. Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премия лауреаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡасим Нәзиф улы Йосопов 1935 йылдың 26 ноябрендә БАССР-ҙың Саҡмағош районы Сыйрышбаш ауылында тыуған.

1959 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Саҡмағош районының Митрәй-Әйүп урта мәктәбендә директорҙың уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. 1961—65 йылдарҙа ВЛКСМ‑дың Саҡмағош районы һәм Башҡортостан өлкә комитетарында эшләй. 1968 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан Фәнни үҙәгенең иҡтисад тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй.

1971 йылда Фәнни үҙәктә ғилми хеҙмәткәр, 1972 йылда сектор мөдире вазифаһында була.

1990 йылдан башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисади институтында, 1995 йылдан 2011 йылға тиклем БДУ‑ла милли иҡтисад кафедраһы мөдире вазифыһын башҡара. Фәнни эшмәкәрлеге төбәк иҡтисады һәм төбәктең яңыртып етештереү потенциалы мәсьәләләренә арналған. Йосопов тарафынан халыҡ хужалығы комплексын баланс ысулы нигеҙендә тармаҡ‑ара һәм төбәк‑ара анализлауҙың фәнни йүнәлеше эшләнә. Йосопов төбәкте милли иҡтисадтың функциональ һәм бүлек системаһы өлөшө булараҡ комплекслы һәм системалы анализлауҙың теоретик‑методологик принциптарын булдыра.

425‑кә яҡын фәнни хеҙмәт, 23 монография, 10 уҡыу әсбәбе авторы[1].

Татар телендә «Имәндәр» (1995), «Сыйрышбаш хикмәттәре» (2001), «Тамырҙар» (2006), «Моңаймаҫ та инде, hай, был бала …» (2014; бөтәһе лә — татар телендә) китаптар авторы.

Хеҙм.: Автономная республика в системе общественного воспроизводства. М., 1980; Макроэкономический анализ регионального продукта. Уфа, 2003 (авторҙ.); Региональная экономика. М., 2017 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. БДУ сайты 2019 йыл 10 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә