Финк Йодок
Йодок Финк (нем. Jodok Fink; 1853—1929) — Австрия фермеры, шулай уҡ дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Австрияның беренсе вице-канцлеры.[2]
Финк Йодок | ||||
нем. Jodok Fink | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
15 марта 1919 — 26 марта 1920 | ||||
Алдан килеүсе: | Должность учреждена | |||
Дауамсы: | Фердинанд Хануш | |||
Тыуған: | 19 февраль 1853[1] Андельсбух[d], Брегенц[d], Форарльберг[d], Австрия | |||
Үлгән: | 1 июль 1929[1] (76 йәш) Андельсбух[d], Брегенц[d], Форарльберг[d], Австрия | |||
Ҡатыны: | Мария Катарина Мойсбургер | |||
Партия: | Христианско-социальная партия[d] | |||
Наградалары: |
| |||
Биографияһы
үҙгәртергә1853 йылдың 19 февралендә Андельсбух коммунаһында крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуған. Уның өлкән ағалары һәм һеңлеләре үлә, тик Йодок менән ҡустыһы Алоиз балиғ булалар. Уның атаһы Йодокка дүрт йәш булғанда үлә. Әсәһе икенсе тапҡыр кейәүгә сыға.
15 йәшендә Финк, Бриксендағы гимназияһында яҡшы баһа алып уҡыуына ҡарамаҫтан, уны ташлай, сөнки ата-әсәнең ҙур хужалығында эшләргә кәрәк була.
1879 йылда Финк үҙенең сәйәси карьераһын муниципаль йыйылыш ағзаһы булып (Gemeindeausschuss) Андельсбухта башлай һәм 1888 йылдан 1897 йылға тиклем мэр вазифаһын биләй. Ул 1890 йылда Ландтага Федераль еренең ассамблеяһына ҡушыла һәм 1893 йылда яңы ойошторолған Христиан-социаль партияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Ул 1897 йылда Австрия империяһы советы (Рейхсрат) депутаты итеп һайлана.
Дәүләт һәм сәйәси эшмәкәрлек менән бер рәттән Финк 1888 йылда Андельсбухта малсылыҡ кооперативына нигеҙ һалыусы, шулай уҡ емеш ағастарын үрсетеү өсөн махсус баҡса һәм иген үҫтереү өсөн яһалма туғай булдырған алдынғы ҡарашлы фермер була. 1890 йылдан алып ул «Katholisch-Konservativen Kasino für Egg und Umgebung» компанияһында идара ағзаһы һәм һуңынан уның етәксеһе булып эшләй. Ул емеш-еләк үҫтереүҙә заманса алымдар буйынса лекциялар уҡый, ә 1928 йылда үҙенең улы Антон (1890—1966) менән бергә Alma кооперативына нигеҙ һала.
Беренсе донъя һуғышы аҙағында Австро-Венгрия империяһы ваҡытта, Финк 1918 йылдың 21 октябрендә немец Австрияһының ваҡытлы милли йыйылышының (Provisische Nationalversammlung Düfeutschich) тигеҙ хоҡуҡлы өс президентының береһе итеп һайлана. Австрияның Конституция йыйылышына һайлауҙан һуң, 1919 йылдың 15 мартында, Финк Реннер Карл етәкселегендәге Австрия һул-демократик партияһына ҡаршы ҙур коалиция әҙерләй ала.
1920 йылдың 7 июлендә коалицион хөкүмәт тарҡалғас, 17-се парламент һайлауҙарынан һуң, 1920 йылдың октябрендә, Майр Михаил Германияның уң Халыҡ партияһы (Grodeutsche Volkspartei) ярҙамы менән Йодок Финкты алмаштырып, әҙселек хөкүмәте төҙөй. Финк үҙе бүтән хөкүмәт вазифалары алмай, әммә сәйәсәттә ҡалған.
1929 йылдың 1 июлендә Андельсбух коммуннаһында вафат була. Уның ҡәбер ташын Андельсбуха ҡалаһында тыуып үҫкән яҡташы архитектор Альфонс Фриц [de] эшләй.
Ғаиләһе
үҙгәртергә1886 йылда Финк Йодок Мойсбургер Мария Катаринаға (Maria Katharina Meusburger) өйләнә. Уларҙың никахынан ун ике бала тыуа, бишәүһе ваҡытынан алда вафат була.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Таж менән «Ҡаҙаныштар өсөн» алтын билдәһе (1900).
- Бизау ҡалаһы Почетный гражданины (1904), Андельсбуха ҡалаһы Почетный гражданины (1913), Инсбрук университетында Почетлы доктор дәрәжәһе (1925).
- III класлы Тимер таж ордены менән бүләкләнгән (1906), Франца Иосифа ордендары (1913, Командор тәре) и (1917, йондоҙло Командор тәреһе).
Хәтер
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Йодок Финк на почтовой марке Австрии |
-
Венала иҫтәлекле таҡтаташ
-
Йодок Финк миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Jodok Fink // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Fink, Jodok