Йованович Анастас

Сербий фотографы (1817 — 1899)

Анастас Йованович (сер. Анастас Јовановић) — серб фотографы, Сербияла фотографияны сәнғәт әҫәре кимәленә еткергән новатор булып тора, шулай уҡ тарихи ваҡиғаларҙы фотоға төшөрөп барған тәүге серб.

Йованович Анастас
сер. Анастас Јовановић
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Сербия
Тыуған көнө 1817[3][2][4][…]
Тыуған урыны Враца[d], Болгария
Вафат булған көнө 1 ноябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған урыны Белград, Сербия короллеге
Балалары Константин Йованович[d]
Һөнәр төрө литограф, фотограф, рәссам
Эшмәкәрлек төрө литография[d][5] һәм фотография[5]
Уҡыу йорто Вена һынлы сәнғәт академияһы[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1899[6]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Anastas Jovanović
 Йованович Анастас Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1817 йылда Врацела болгар сауҙагәре ғаиләһендә тыуа. Бала сағынан Белградҡа күсергә ынтыла, 1826 йылда әсәһе уны шунда алып китә. 1832 йылда Белградта Дәүләт типографияһында эшләй башлай. Венаға китеү өсөн стипендия алырға тырыша, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый. Ул Венаға тик танышы ярҙамында ғына китә, танышы уны унда эшкә урынлаштыра.

 
Милош Обренович, Йовановичтың фотоһүрәте

Венала Йованович литография менән мауыға, һуңынан, 1840-сы йылдарҙа, беренсе тапҡыр дагерротипты күрә һәм етди рәүештә фотоһүрәт менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Анастас фотоаппарат һатып ала, һәм ул был шөғөл менән мауығыусы беренсе серб була. 1842 йылда Милош Обреновичты Чехия һәм Германияла оҙатып йөрөй, шул мәлдән алып уның монарх ғаиләһе менән дуҫлығы нығый. Обреновичтар тәхеттән ҡолатылғас, Йованович аҡсаһыҙ тороп ҡала. Кенәз Милош уға ярҙам итергә тырыша. 1844 йылда фотограф Милоштың секретары булып эшләй башлай.

1846 йылда Йованович Вена академияһында һынлы сәнғәтте өйрәнеүҙе тамамлай һәм әүҙем сәйәси һәм ижади тормош алып бара башлай. Ул Сербияға ҡайтырға тырыша, әммә, Йовановивичтың кенәз Милош яҡлы булыуын белеп, уның үтенесен кире ҡағалар. Шуға ҡарамаҫтан, 1850 йылда, кенәз Александр Карагеоргиевичтың рөхсәте менән Сербияға фотограф булып ҡайта.

 
Михаил Обренович, Йовановичтың фотоһүрәте.

1858 йылда Сербияла власҡа Милош Обренович кире ҡайта, һәм Йованович губернатор Михаил Обренович һарайында идарасы вазифаһын ала. Кенәз Михаил 1868 йылда үлтерелгәндән һуң Йовановивич үҙ вазифаһын ҡалдыра һәм башлыса фотография менән шөғөлләнә башлай. Был осорҙа ул бик күп күренекле кешеләр менән таныша һәм Сербияның күренекле гражданы булып иҫәпләнә. 1870-се йылдарҙа ул фотография сәнғҡәтенең үҫешен күҙәтә, әммә үҙе был эш менән шөғөллөнмәй. 1877 йылда Анастас Вена фотография йәмғиәтенең даими ағзаһы булып китә.

Йованович 1899 йылдың 1 ноябрендә Белградта үҙенең фатирында вафат була.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Record #148830337 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #118861220 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Anastas Jovanovi? // Union List of Artist Names (ингл.)
  5. 5,0 5,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  6. RKDartists (нидерл.)