Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы
Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы (18 октябрь 1934 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты 1975), доцент (1975).
Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы | |
Тыуған көнө |
18 октябрь 1934 (90 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәВәхит Абдрахман улы Иҫәнғолов 1934 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш (хәҙерге Федоровка) районы Оло Сытырман (хәҙерге ваҡытта Иҫке Сытырман) ауылында тыуған[2].
1957 йылда Бөтә Союз дәүләт кинематография институтының иҡтисад факультетын, 1968 йылда Куйбышев план институтының аспирантураһын тамамлай. 1968 йылдан Башҡорт ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) политэкономия (хәҙер иҡтисад теорияһы) кафедраһында уҡытыусы, доцент булып эшләй. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Доцент. 1975 йылда Ташкентта «Региональные особенности формирования и развития городов Башкирской АССР» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 50-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Региональные особенности формирования и развития городов Башкирской АССР. Автореф. дисс… к. эк.н. Ташкент, 1975. 21 б.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Фёдоровка районы, Иҫке Сытырман ауыл.
- ↑ Исянгулов Ш. Н. Старый Четырман; Историко-краеведческое издание. — Уфа, 2001. — С. 101—102. (рус.)