Иҫке һарай (Кентербери)

Иҫке һарай (Архиепископ һарайы булараҡ та билдәле) ― тарихи бина, Кентерберий соборы территорияһында урынлашҡан. Кентерберий архиепискобының төп резиденцияһы сифатында хеҙмәт итә.

Иҫке һарай
Рәсем
Дәүләт  Бөйөк Британия[1]
Административ-территориаль берәмек Сити-оф-Кентербери[d]
Историческое графство Кент[d]
Мираҫ статусы 1 дәрәжәле реестр бинаһы[d][1]
Географический код Великобритании TR1501557977[1]
Карта
 Иҫке һарай Викимилектә

 
"Архиепископ һарайының ҙур залында, Кентербери", 1773 йылғы һүрәт

11-се быуатта Ланкфранк архиепискобы ваҡытында собор территорияһында төҙөлгән Иҫке һарай архиепископтың Кентерберриға килгән саҡтарында резиденция булып хеҙмәт итә. Һарай 1193 һәм 1228 йылдар араһында яңынан төҙөлә. Бөйөк Британиялағы Вестминстер залынан ҡала икенсе ҙур урта быуат залы 1200―1220 йылдар тирәһендә архиепископтар Хьюберт Уолтер һәм Стивен Лэнгтон ваҡытында төҙөлә һәм 1650 йылдарҙа емерелә. 1982 йылда Ҙур зал урынында ҙур траншея ҡаҙыла [2]

1647 йылда, Англиялағы граждандар һуғышы ваҡытында һарай Парламент яҡлылар тарафынан яулап алына[3] .Һарайҙың күпселек биналары 1650 йылдарҙа һүтеп алына. Ул 19-сы быуатҡа тиклем буш ҡала.

Реставрация

үҙгәртергә

1896 йылда Иҫке һарай архитектор В.Д. Карое тарафынан тергеҙелә. Архиепископ Фредерик Темпл беренсе архиепископ була, ул 1647 йылдан даими һарайҙа йәшәй. Өс ҡатлы эйелгән бина монахтарҙың ашау урынының көнбайыш өлөшөнән тора. Һарайҙың көньяғында ике асыҡлыҡтағы 14-се быуат тәҙрәһе бар. 16-сы быуат ҡапҡалары шулай уҡ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған, әммә хәҙер улар бикле[4]

1967 йылда һарай рәсми рәүештә I дәрәжә мәҙәни мираҫ объекты булып танылды[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 The Archbishop's Palace or the Old Palace // National Heritage List for England
  2. Davis. Canterbury Archbishops Palace (25 август 2015). Дата обращения: 1 сентябрь 2015.
  3. Diocese of Canterbury. www.archbishopofcanterbury.org. Дата обращения: 10 ноябрь 2012.
  4. 4,0 4,1 Ҡалып:National Heritage List for England