Иҫке Ҡаҙансы ауылы ер-һыу атамалары
Викидатала элемент юҡ |
Иҫке Ҡаҙансы (рус. Старые Казанчи) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 631 кеше[1]. Почта индексы — 452887, ОКАТО коды — 80204816001.
Геогрфик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 35 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 79 км
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәДарытау
Ҡаҙансы ауылына яҡын ғына бер бәләкәй тау бар. Уның исеме Дарытау. Ул тауҙа нимә генә үҫмәй! Йәйен еләк-емеш күп булып уңа, төрлө-төрлө ағастар, үҫемлектәр үҫә. Ул тауҙың үләнен дә әрәм итмәй, бесән итеп сабалар. Тауҙың үҙенә башҡа хужаһы бар. Шул кеше уны йыл да сабып, таҙартып тора. Уның тарихы ошолай: элек ул урында шаулап ағастар үҫкән. Һуңынан ул ағастарҙы киҫкәндәр. Һуғыш йылдарында ошо ерҙе һөрөп, унда тары сәсеп үҫтергәндәр. Шунан башлап уны Дарытау тип йөрөтә башлағандар.
Әхмәтшатау
Ҡаҙансы ауылында бер бәләкәй генә тау бар. Борон заманда был тауҙа Әхмәтша исемле кеше бесән сапҡан. Йыл да ул йәй буйы был тауҙан ҡайтмаған. Уны таҙартып, бесән сабып торған. Йылдар үткән, ул кеше сирләп үлеп киткән. Һәм ул тауҙы Әхмәтша тип йөрөтә башлағандар. Балалар унда йыл да саңғы шыуа. Ә ҡатындар, ҡыҙҙар еләк-емеш йыйырға йөрөй.
Аҡбуртау
Иҫке Ҡаҙансы ауылынан йыраҡ түгел бәләкәй тау бар. Ул Михайловка тауына барып тоташа. Уның түбәһендә мейес ағартыу өсөн ҡуллана торған аҡбур таш ятышы бар. Кешеләр уны ҡаҙып, ватып алып ҡайтҡандар, яндырғандар. Шуға ла был тауҙы “Аҡбур тауы” тип йөрөтә башлағандар.
Мәтрәй яланы
Граждандар һуғышы ваҡытында Иҫке Ҡаҙансы ауылына Митрофан исемле кеше йәшәргә килгән. Урындағы халыҡ менән дуҫ, татыу итеп рус кешеһе йәшәй алмаған. Ҡаҙансылар уны аңламаған һәм уның исемен дә улар дөрөҫ әйтә алмаған. Митрофанды Мәтрәй тип йөрөткәндәр. Быға ул түҙмәгән һәм яланға сығып киткән йәшәргә. Унда палатка ҡороп, оҙаҡ йылдар йәшәгән. Шунда үлеп киткән. Ошо ваҡыттан башлап яланды “Мәтрәй яланы” тип йөрөтә башлағандар.
Бурсыҡ соҡор
Иҫке Ҡаҙансы ауылы яланында ҙур соҡор бар. Был соҡор эсендә бурсыҡтар (бурһыҡ) йәшәй. Улар йөҙләгән юл эшләп сыҡҡан, төрлө урындан инеп һәм сығып була. Шуға ҡарап ауыл халҡы был соҡорға “Бурсыҡ соҡор” тип исем биргән.
Ҡаҙансы ауылы
400 йыл элек Иҫке Ҡаҙансы ауылы урынына бер ҡарт башҡорт үҙенең ҡатыны һәм дүрт улы менән ҡайҙандыр йәшәргә килә. Уның иң бәләкәй улы Аяҙ исемле булған. Ҡарт үҙенең өс ҙур улы менән иртәнән кискә тиклем урманда эшләгән, ерҙәрен ҙурайтҡан. Ә бәләкәй улы Аяҙ ҡаҙан янында ултырырға яратҡан. Әсәләре ошо ҡаҙанда ашарға бешергән. Шуға ла, ҙур улдары, көлөп, бәләкәй Аяҙға Ҡаҙансы тип исем биргән. Шунан бирле ауылды Ҡаҙансы тип йөрөтә башлағандар.
Урманкүл ауылы
Был ауылдың тарихы бик ябай ғына. Борон заманда хәҙерге Урманкүл урынлашмаған булғанда, ошо ергә, күрше ауылдан бер кеше йәшәргә килгән. Ул үҙенең ауылына оҙаҡ ҡына исем уйлаған. Бер ваҡыт ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә сығып китә. Атта барғанда бер соҡор осрай, унда һыу була. Бара торғас, тағын шундай соҡор осрай. Был кешегә шулай итеп ҡырҡ соҡор осраған. Өйгә ҡайтҡас ҡатынына: “Урман хәтлем күл күрҙем”, — ти. Шулай итеп, ауылдың исеме Урманкүл тип атала.
Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәгән Сәғиҙә Миңлеғәли ҡыҙы Рәхимова яҙып ҡалдырған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Асҡын башҡорттары фольклоры( 2007 йылғы фольклор – диалектология экспедицияһы материалдары). Автор – төҙөүселәре Ғәниев В.В., Ғәниева Ғ.Ғ., Ҡасҡынова Г.Н. – Бөрө: БДУ –ның Бөрө филиалы, 2021 - бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә]]