Викидатала элемент юҡ

Иҙел — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Иҙел исеме бар.

Этимология

үҙгәртергә

Иҙел — йылға исеменән алынған ир-ат исеме. Ҙур йылға тигәнде аңлата. Иҙел йылғаһы буйында тыуғанын билдәләп ҡушылған исем (боронғо йола буйынса, бала ҡайҙа тыуһа, шул ерҙең, һыуҙың атамаһын исем итеп ҡушҡандар)[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Агишев Иҙел Миһран улы (4 февраль 1928 йыл — ?) — башҡорт телсеһе, лексиколог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).

Нурғәлин Иҙел Зиннур улы (1988 йыл) — баянсы, йырсы. Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында аккомпаниаторҙарҙың Республика конкурсы лауреаты (2006 йыл). «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсында үҙе ижад иткән «Рәхмәт йыры» менән еңеү яулай (2008 йыл). Башлыса үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡара.


Иҙел (Белорет районы) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауылы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҙел — Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғаларының боронғо атамаһы. Урта быуаттарҙа Иҙелдең (йәғни хәҙерге Волганың) башы Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан тип иҫәпләнгән.

Иҙел (мифология) — Урал батыр эпосындағы персонаж.

Аҡ иҙел (гәзит) «Аҡ иҙел» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л. Ғәзизов, Н. Уталиев. Өфөлә 1919 йылда аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. «Шәреҡ» типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Урыҫ армияһының Юғары баш командующийы Александр Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррире — М. Наурузов.

«Иҙел башы» — Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Сабир Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһы.

«Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы бар.

Иҙел-тауэр — Өфөнөң Октябрь проспектында төҙөлгән 31 ҡатлы, бейек йорт. Уның бейеклеге 99,9 метр. Бейеклеге буйынса Уралсиб банкыһынан ҡала икенсе бина (әммә ҡоролма түгел) булып һанала. Бинаның ҡушма атамаһының тәүге өлөшө башҡорт телендә йылғаны аңлатҡан иҙел һүҙе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ