Ишәй мәмерйәһе

мәмерйәнең барлыҡҡа килеүе һәм ҡоролошо

Ишәй мәмерйә системаһы, Ишәй мәмерйәһе — Башҡортостандың гипстан торған, оҙонлоғо буйынса икесе урынды биләгән мәмерйәләр системаһы. Системаның дөйөм оҙонлоғо — 1002 м, иҙән майҙаны — 4,6 тыс. м², күләме — 9,6 тыс. м³, тәрәнлеге һәм амплитудаһы — 26-шар м (1993 йыл).

Ишәй мәмерйәһе
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Ишеевская пещерная система
Характеристики
Глубина 26 м
Длина 1002 м
Вмещающие породы гипс
Посещение
Категория сложности
Расположение
<maplink>: JSON хатаһы: Синтаксис хатаһы
Страна  Россия
Россия
Ишеевская пещерная система
Ишимбайский район
Ишеевская пещерная система

Ишембай районы, Ишәй ауыл Советы, Һәләүек йылғаһы үҙәненән уң яҡта ятҡан сағылдың (карталарҙа Арянла[1]) уң яҡ итәгендә, Ишәй ауылы ҡаршыһында урынлашҡан.

Эзбиз менән ҡоршалған түбәнге Пермь кунгур ярусы ирен горизонтының һоро гипстары буйлап үтә. Гипс ҡатламында ярыҡтар барлыҡҡа килеүҙән пәйҙә булған. Бер һыу ағышы юлы буйлап көньяҡ-көнсығышҡа һәм төньяҡ-төньяҡ-көнбайышҡа табан һуҙылған алты горизонталь мәмерйәнән тора.

Көмбәҙ емерелеүҙән сталактит һәм сталагмиттар, аллахонт берләшмәләре барлыҡҡа килгән.

Системаның йәше 400 мең йылдан ашып китә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә