Италия ҡунаҡханаһы

Италия ҡунаҡханаһы (мальт. Berġa tal-Italja, итал. Albergo d'Italia) — XVI быуат аҙағында Изге Ионна рыцарҙары өсөн төҙөлгән ҡунаҡхана. Мальтаның баш ҡалаһы Валлеттала Изге Екатерина Александровская сиркәүе ҡаршыһында урынлашҡан.

Италия ҡунаҡханаһы
Нигеҙләү датаһы 1576[1]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Tongue of Italy[d]
Дәүләт  Мальта[1]
Административ-территориаль берәмек Валлетта[1]
Урынлашҡан урамы Triq il-Merkanti[d][1]
Хужаһы Мальта Хөкүмәте[d]
Архитектор Джироламо Кассар[1]
Архитектура стиле архитектура маньеризма[d]
Ҡат һаны 3
Мираҫ статусы Grade 1[d][2]
Адрес Triq il-Merkanti[1]
Тасуирлау биттәре heritagemalta.org/wp-con…
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Auberge d'Italie (Valletta)[d]
Карта
 Италия ҡунаҡханаһы Викимилектә

Ҡунаҡхана төҙөлөшө башланыуын теүәл генә теркәгән документтар юҡ. 1579 йылда ҡунаҡхана асылған тип иҫәпләнә.[3] Беренсе ҡат төҙөлөп бөткәс, башҡа төҙөлөш эштәре туҡтатыла, әммә бинаның бәләкәй булыуы аңлашыла. 1582 йылдың 25 августында икенсе ҡатты төҙөргә тигән ҡарар ҡабул ителә.[4][5] Мастер Джой Андреа Фарругия төҙөлөш өсөн яуаплы була, тик ул проект тамамланғансы вафат була. Төҙөлөш эштәре 1580-се йылдарҙа башҡарыла һәм 1595 йылда тамамлана. Кассар һәм Фарругиянан башҡа, төҙөлөш өсөн бер нисә оҫтаны һәм архитектор, шул иҫәптән билдәле инженер Франческо Антрини яуаплы була.

1604 йылда төп залдың бер өлөшөндә ярыҡтар барлыҡҡа килгәс Алессандро Стафрасе ремонт эштәрен башлай. Ул ваҡытта ҡунаҡханаға инеү Көньяҡ урамдан булған, һуңынан уны япҡандар. Тарихсы Джованни Бонелло был отелгә төп инеү ишеге булған тип иҫәпләй. 1649-50 йылдарҙа Адмирал залы аҫтында аралаш ярамҡат төҙөлә. 1654 йылда бинаның артындағы дүрт бүлмәлә кибеттәр асыла. 1680 йылда барокко мтилендәге ҡунаҡханаға ремонт эштәре башлана. Бинаның фасадын Медерико Блонделе ремонтлай, өсөнсө ҡат оҫта Грегорио Графин аҡсаһына төҙөлә. Төп инеү ишеге өҫтәнә бай итеп биҙәлгән Графина бюсты ҡуйыла. Фасад мәммәр менән биҙәлә. Бина тәғәйенләнешенә ярашлы 1798 йылға тиклем, йәғни Мальтала француз окуупацияһына тиклем хеҙмәт итә. 1920 йылда бинаның бел өлөшөндә Заммит Фемистокл нигеҙ һалған археологик музей эшләй башлай.

Француз оккупацияһы һәм инглиз хакимлеге

үҙгәртергә

Изге Иоанн ордены 1798 йылда француз оккупацияһы ваҡытында Мальтанан сығарылған. Наполеонның Палаццо Парисио резеденцияһы ҡаршыһында урынлашҡанға күрә, ҡунаҡзана француз командованиеһы штабы тип үҙгәртелә. 1800 йылда Мальта Британия хакимиәтенә бойһонғандан һуң бина ҡунаҡхана итеп тә, граждандар администрацияһы итеп тә файҙаланыла. 1888 йылда цоколь ҡат нотариаль архив итеп файҙаланыла, өҫкө ҡаттарҙа хеҙмәт бүлеге эшләй. Ҡунаҡхана граждандар арссеналы итеп үҙгәртелә. Протестант часовняһы итеп үҙгәртеү тәҡдиме кире ҡағыла. Был ваҡытта цоколь ҡатта хөкүмәт командованиеһы урынлашҡан була, өҫкө каттарҙа короллек инжереҙары була.

Артабан 1920-се йылдарға тиклем корпус штабы итеп файҙаланыла. XIX быуат башында Мальтала медицина персоналы менән булған химик Джон Дэйви ярлыларҙы дауалау өсөн ижтимағи диспансер аса һәм ҡунаҡхана Ярлылар отле булараҡ таныла. Артабан хөкүмәт поликлинакаһы урынлаша. 1922 йылда Палаццонан Милли музей күсерелә.[6] Музей етәксеһе Темистоклеса Заммита була һәм музейҙа археология, тарих, сәнғәт, тәбиғәт белеме һәм минералогия бүлектәре булдырыла. Музей Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында эшләмәй. 1942 йылдың 7 апрелендә авианалёт барышында бина зыян күрә. Бинаның фасады һәм музейҙың тәбиғәт белеме бүлеге емерелә. Һуғыштан һуң ҡунаҡхананың емерелгән өлөшө реконструкциялана, музей эшләй башлай. Бинала сәнғәт мәктәбе эшләй башлай.

Бойондороҡһоҙ Мальта

үҙгәртергә
 
Отель алдында почта йәшниге

1971 йылда суд инстанциялары һәм Сәнғәт мәктәбе бинанан яңы төҙөлгән йортҡа күсә.[7] [8] Шул уҡ йылда бина почта хеҙмәте һәм элемтә бүлксәһенә тапшырыла. 1973 йылдың 4 июнендә масштаблы реконструкциянан һуң бинала Главпочтамп асыла. Главпочтамп Марста яңы почта асылғанға тиклем эшләй. Бинала шулай уҡ Һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы менән тәьмин итеү департаманты урынлаша. Ауыл хужалығы депертаменты һәм Үҙәк статистика идаралығы тарафынан да файҙаланыла. 1997 йылда Мальтаның туризм идаралығы ҡунаҡхананы реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул итә. 2002 йылдың 18 мартында туризм министрлығы ошо бинаға күсә.[8][9]

 
Восстановительные работы отеля в июле 2016 года

Адмиралтейство йортонан Рәсем сәнғәте музейын ҡунаҡхана бинаһына күсереү 2013 йылдв башланды.[10]

Башҡа ҡоролмалар менән бер рәттән бина боронғо ҡомартҡылар исемлегенә керетелгән.[11] Бина шулай уҡ Мальта утрауының Милли мәҙәни киммәттәр реестрында тарихи ҡомартҡы булараҡ урын алған. Бина 1925 елгы Борынгы урыннар исемлегенә Валлеттадагы башка корылмалар белән бергә кертелгән иде. Хәзерге вакытта отель Исемлеккә 1 нче класслы Милли һәйкәл буларак кертелгән, шулай ук Мальта утрауларының Милли мәдәни кыйммәтләр реестрына кертелгән.

Иҫтәлекле тәңкәләр

үҙгәртергә

Италия ҡунаҡханаһы 2010 йылда Мальтаның Үҙәк банкы тарафынан сығалырған иҫтәлеклә аҡсаларҙа һүрәтләнгән. Тәңкәнең реверсында ҡунаҡхананың фасады, аверс яғында Мальта гербы төшөрөлгән.<ref>Europa Programme 2010 with the theme of 'Cultural Heritage' – Auberge d'Italie. Central Bank of Malta. Архивировано 26 март 2016 года.</

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 https://heritagemalta.org/wp-content/uploads/2020/10/auberge-ditalie-pdf.pdf (ингл.)
  2. http://www.culturalheritage.gov.mt/filebank/inventory/01129.pdf
  3. The Auberge d'Italie. angelfire.com. Архивировано 5 март 2016 года.
  4. The Auberge d'Italie. Malta Tourism Authority. Архивировано 5 сентябрь 2015 года.
  5. Cassar, Paul The concept and range of charitable institutions up to World War I - University of Malta (инг.) // Malta Medical Journal : journal. — Malta University Press, 2006. — Т. 18. — № 1. — С. 48. Архивировано из первоисточника 17 март 2016.
  6. Delia, Romina. National Museums in Malta // Building National Museums in Europe 1750-2010: Conference Proceedings from EuNaMus, European National Museums: Identity Politics, the Uses of the Past and the European Citizen, Bologna 28-30 April 2011 (инг.) / Peter Aronsson. — Linköping University Electronic Press (Linköping electronic conference proceedings), 2011. — Vol. 64. — P. 578—579.
  7. Guillaumier, Alfie. Bliet u Rħula Maltin. — Klabb Kotba Maltin, 2005. — С. 922. — ISBN 99932-39-40-2.
  8. 8,0 8,1 Maltapost privatisation latest red-letter day in postal history, Times of Malta (21 ғинуар 2008).
  9. Bonniċi, Arthur. Mur ġib il-Kavallieri  (мальт.) (2 ноябрь 1974), стр. 7.
  10. Museum will move to Auberge d'Italie, Times of Malta (21 ноябрь 2013).
  11. Protection of Antiquities Regulations 21st November, 1932 Government Notice 402 of 1932, as Amended by Government Notices 127 of 1935 and 338 of 1939. Malta Environment and Planning Authority. Архивировано 20 апрель 2016 года. 2016 йыл 6 октябрь архивланған.